Яңылыҡтар
13 Сентября 2022, 06:10

«Мәктәпкә йыйынырга ярҙам ит»

Республика акцияһы һөҙөмтәләре

«Мәктәпкә йыйынырга ярҙам ит»«Мәктәпкә йыйынырга ярҙам ит»
«Мәктәпкә йыйынырга ярҙам ит»

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы йылдан-йыл үҙ сиктәрен киңәйтә. 2021 йылда 39 бала уҡыу йылы башына үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәр ала алды. Ә быйыл битараф булмаған кешеләр һәм ойошмалар ярҙамында райондың 37 ғаиләһенән 92 балаға ярҙам күрһәтелде.

Мәләүез ҡалаһында акцияла ҡатнашыусы ойошмалар һәм эшҡыуарҙарҙың күп булыуы ҡыуаныслы хәл. «Мастер-А», «Һыра заводы», «Водоканал», «Үҙәк баҙары», «Торлаҡ хужалығы идарасы компанияһы», шулай уҡ «Карандаш» һәм «Айсберг» магазиндары, «Йылылыҡ селтәрҙәре», Рәсәй Эске эштәр министрлығының район-ҡала буйынса бүлеге, үҙәк район дауаханаһы, «Газпром газ бүлеү Өфө» ойошмаһының Мәләүез бүлеге, шәхси эшҡыуарҙар Бәширов, Әхмәров һәм Мәләүез мәғлүмәт үҙәге («Путь Октября» һәм «Көнгәк» гәзиттәре редакциялары) хәйриә акцияһынан ситтә ҡалманы. Мәләүез районы “Ғаилә” үҙәге мохтаж ғаиләләрҙәге балаларҙы мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәтен белдерә.

Дөйөм тырышлыҡ менән 100 мең һумдан ашыу ярҙам йыйылды. Мәктәп кәрәк-яраҡтарын ҡабул итеү әле лә дауам итә. Һеҙ ҙә изге эш башҡара алаһығыҙ. Яҙыу һәм рәсем төшөрөү өсөн әйберҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр һәм әҙәбиәт - яңы йәки яҡшы һаҡланған булырға тейеш. Һеҙ уларҙы Мәләүез ҡалаһы, Док урамы, 11а адресы буйынса “Ғаилә” үҙәгенә тапшыра алаһығыҙ.

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас