

Яратҡан өләсәйем, барлыҡ булмышыма йоғонто яһаған яҡын кешем – Мәҙхиә Шәрипова Шәрип ауылында донъяға килгән. Өләсәйемә ауыр тормош юлы уҙырға тура килә. Ул Смаҡ ауылынан Зөфәр олатайыма кейәүгә сығып, биш балаға ғүмер бүләк итә. Биш терәк – Рәйлә, Роза, Миңнира, Динә, Ғүмәр. Бишеһе лә уңған, тырыш, һәләтле, аҡыллы булып үҫә. Бик йәшләй генә тормош иптәшен фажиғәле юғалтыуы ҡыҙғаныс, бөтә донъя мәшәҡәте уның иңенә төшә. Йәш ҡатын тормош ауырлыҡтарынан бөгөлмәй, ғүмер буйы колхоз алдынғыһы булған, ал-ял белмәй сөгөлдөр баҫыуында, сусҡасылыҡ фермаһында һәм мәктәптә ашнаҡсы ла, кер йыуыусы булып эшләгән, депутат итеп тә һайлана. 33 йәшендә биш бала менән ҡалған тол ҡатын, япа-яңғыҙ тормош йөгөн тарта. Балаларын башлы-күҙле иттем тигән саҡта ғына Ғүмәр улы донъя ҡуя. Смаҡ мәҙәниәт йортонда һоҡланғыс моңло тауышы менән ауылдаштарын әсир иткән, халыҡ алҡыштарға күмгән. Әле һаман да уның йырҙары беҙҙең күңелдә йәшәй. Өләсәйем юғалтыуҙы ауыр кисерә һәм ошо ҡайғынан һуң күп илау, йөрәк һыҙланыуҙары борсой башлай. Ҡайғы-хәсрәттән түшәккә йығыла, аяҡһыҙ ҡала. Ошоға ҡарамаҫтан, ул бирешмәҫкә, донъяға риза булып йәшәргә тырыша.
Өләсәйем янына йүгереп һағынып килгәнем әле һаман да иҫемдә. Йөрөгән сағында емеш-еләккә барып, әллә нисә күнәк тултырып йыя торғайныҡ. Аҙаҡ йәмле Нөгөш буйына барып кер йыуа инек. Селек һеперткеһен дә эшләп ҡуя ине. Баҡсаға һыу һибеп, ағас башына алма, муйыл ашарға менеп әрләнә инек. Тиргәүе лә рәхәт ине уның. Урманда төрлө үлән дарыуҙары йыйғаныбыҙ ҙа хәтерҙә. Йоҡларға ятҡанда төнө буйы һөйләшеп сығып, иртән уянғанда уның сылтыр шишмә кеүек моңло тауышын ишетә инем. Уға беренсе класка барыу шатлығымды уртаҡлашыу насип булды. Мәктәп бер-ике саҡрым ғына ине, өйгә ҡайтмай, иң беренсе Мәҙхиә өләсәйемә барып, бар йыйылған хәбәремде һөйләп көлдөрә торғайным. Ул мине уҡырға, яҙырға ла өйрәтте. Оҙон сәсемде бер аҙнаға етерлек, ныҡ итеп үрер ине. Уның күпереп бешкән икмәктәре, бәлештәре, телде йоторлоҡ тәмле була торғайны. Бәләкәй ярҙамсым, уң ҡулым, тип маҡтап үҫтерҙе. Уның йылы ҡосағынан айырылманым, ейән-ейәнсәрҙәре араһында мине айырыуса яратты. Уның гүзәллек төҫөн үҙемә алғанмын. Бәлки, әлеге ваҡытта ул эргәмдә булһа, миңә еңел, тыныс, рәхәтерәк булыр ине, тип уйлайым. Мәҙхиә өләсәйемдең кәңәштәре миңә дөрөҫ юл күрһәтер ине һәм ауыр саҡтарҙа уның йылы ҡосағына һыйыныр инем.
Арабыҙҙан киткәнгә күп йылдар үтһә лә, йөрәгебеҙҙең иң түрендә һин, өләсәй! Ауыр булғанда күңелемдән һиңә өндәшәм. Мин беләм, һиҙәм мине ауырлыҡтарҙан ҡурсалап һаҡлап тораһың. Рәхмәт, өләсәйем, барыһы өсөн дә, бала сағымдың яҡты күңелле ваҡыттарын һинең яныңда татып ҡалдым!