Көнгәк
+28 °С
Болотло
VK
ОК
Telegram
dzen
MAX
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2022, 06:30
Психолог, яҙыусы Луиза Хейҙың төшөнкөлөккә бирелгән кешеләргә биргән кәңәштәре.
Үҙеңде тәнҡитләүҙән туҡта! Тәнҡит һине үҙгәртмәҫ. Унан баш тарт. Үҙеңде нисек бар—шулай ҡабул ит. Үҙеңде тәнҡитләһәң—үҙгәреш негатив була. Үҙеңде маҡтап, хуплаһаң—позитив тулҡынға көйләнерһең. Төрлө уйҙар менән үҙеңде ҡурҡытыуҙан туҡта. Ҡурҡыныс уйҙарҙан яҡшыларына күс. Мәрхәмәтле, изге һәм сабыр бул. Үҙеңә мәрхәмәтле бул. Яңыса фекерләргә өйрән. Үҙеңә иң яратҡан кешеңә ҡараған һымаҡ ҡара. Үҙ аҡылыңды хөрмәт ит. Үҙеңде күрә алмау—үҙ уйҙарыңды күрә алмау. Быны эшләргә ярамай. Үҙгәр.
Психолог, яҙыусы Луиза Хейҙың төшөнкөлөккә бирелгән кешеләргә биргән кәңәштәре.
Маҡта үҙеңде. Үҙеңде тәнҡитләү рухты емерә. Маҡтау ҡанатландыра. Үҙеңде йышыраҡ маҡта. Тормош мәшәҡәте, ваҡ-төйәге һеҙгә проблема булмауын йыш ҡабатлағыҙ.
Үҙегеҙҙе хуплағыҙ. Хуплау алымдары табығыҙ.
Үҙ етешһеҙлектәрегеҙгә лә һөйөү менән ҡарағыҙ. Үҙ тотошоғоҙҙағы иҫке негатив стереотиптарҙан арынығыҙ.
Тәнегеҙҙе ҡайғыртығыҙ. Дөрөҫ туҡланығыҙ, физик күнегеүҙәр эшләгеҙ. Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе яратығыҙ.
Көҙгөгә ҡарағанда күҙегеҙгә йышыраҡ ҡарағыҙ. Яратып ҡарағыҙ. Үҙегеҙҙе ғәфү итегеҙ. “Мин һине яратам. Мин һине ныҡ яратам” тип үҙегеҙгә әйтегеҙ. перевод интернеттан алынған
Автор:
Динара Максютова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"