Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь , 16:19

Ҡағыҙға икенсе ғүмер бир

#БумБатл - йыйылған макулатура күләме буйынса ярышыу һәм тәбиғәт хаҡында хәстәрлек күреү мөмкинлеге!

Ҡағыҙға икенсе ғүмер бир
Ҡағыҙға икенсе ғүмер бир

Сөнки 1 тонна макулатураны эшкәртеү 20 000 литр һыуҙы йәки 1000 кВт электр энергияһын экономиялай, атмосфераға 1700 килограмға тиклем углекислый газ сығарыуҙы кәметә, 20 ағасты ҡырҡыуҙан һаҡлай.

Һин беҙҙең менәнме? Беҙҙең менән булһаң, макулатура тапшыр һәм бүләктәр от!

Бәйләнештә һәм Класташтар социаль селтәрҙәрендә #БумБатл һәм #нацпроектэкология хештегтары менән фото/видео һал. Дуҫтарыңды ижади эшең өсөн тауыш бирергә саҡыр.

Башлана: 15 сентябрь
Финиш: 15 ноябрь

Макулатураны ҡайҙа тапшырырға?

- Өфө ҡалаһындағы макулатура ҡабул итеү буйынса күсмә нөктәләрҙә:

  шәмбе көндәрендә: Октябрь проспекты, 81, 10:00 - 12:00 сәғәттәрҙә (Горсовет), Үҙәк сауҙа комплексы, Цюрупа урамы, 97, 12:30 - 14:30 сәғәттәрҙә (парковка), “Аркада” сауҙа-күңел асыу үҙәге, Ғөбәйҙуллин урамы, 6, 15:00-17:00 сәғәттәрҙә (парковка)
   йәкшәмбе көндәрендә: Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы, Машина эшләүселәр урамы, 10, 10:00 - 12:00 сәғәттәрҙә (мәҙәниәт һарайы алдындағы парковка), “Акварин” сауҙа-күңел асыу үҙәге, Ферин урамы, 29, 12:30 - 14:30 сәғәттәрҙә (парковка), “Простор” сауҙа-ял үҙәге, Маршал Жуков урамы, 29, 15:00 - 17:00 сәғәттәрҙә (машиналар йыуыу сервисы яғындағы парковка).
  эш көндәрендә: Киров урамы, 1, 138-се бүлмә, 09:00 - 18:00 сәғәттәрҙә

Тапшырылған макулатура күләме буйынса лидерҙар бүләктәр аласаҡ, ә #бумбатл һәм #нацпроектэкология хештегтары менән ижади пост авторҙары художестволы гимнастар Арина һәм Дина Авериналар һәм йырсы Хәбиб менән аралашыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Ярышта үҙең генә лә, класташтар, төркөмдәштәр һәм коллегалар менән бергәләшеп тә ҡатнашырға мөмкин. Макулатураны күберәк тапшырған һайын, еңеү мөмкинлеге лә арта бара!

Илһам ал һәм бумбатл.национальныепроекты.рф  сайтына күҙ һал.

Сығанаҡ: Аңлатабыҙ Башҡортостан

Автор:Гульназ Салаватова