Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2022, 09:07

Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Мәләүездә – Бал йәрминкәһе!

Үҙәк баҙарҙа бөгөн Бал йәрминкәһе үтте. Унда мәләүездәр һәм ҡала ҡунаҡтары файҙалы һәм татлы аҙыҡтың төрлө  сортын тәмләп ҡарап алды. Йәрминкәлә йүкә, сәскә, ҡарабойҙай, кәрәҙле, солоҡ балдары, шулай уҡ прополис, балауыҙ кеүек ҡортсолоҡ продукттары ла һатылды. Етмештән ашыу умартасы ҡатнашты. Улар араһында иң яҡшыны билдәләү маҡсатында конкурстар ойошторолдо. Йәрминкәгә килеүселәр Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының “Далан” төркөмө сығышын тамаша ҡылды. Конкурста кемдәр еңгәнен, кемдең балы иң тәмлеһе икәнлеген белгегеҙ киләме? 

Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Мәләүездә – Бал йәрминкәһе!Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Мәләүездә – Бал йәрминкәһе!
Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Мәләүездә – Бал йәрминкәһе!

Был хаҡта гәзитебеҙҙең киләһе янында уҡырһығыҙ.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас