Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2022, 10:19

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Бөгөн Мәләүез һәм Федоровка райондары, Мәләүез ҡалаһы халҡы  өлөшләтә мобилизация сиктәрендә илдең Ҡораллы Көстәр сафына хәрби күнекмәгә егеттәрҙе оҙатты.

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Хәрби комиссариат алдына резервтағыларҙың ҡатындары, һөйгән ҡыҙҙары, туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре йыйылды.

Ватанды һаҡларға китеүселәрҙе оҙатыуға арналған митингыла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Мәләүез һәм Федоровка райондары, Мәләүез ҡалаһы хәрби комиссары Олег Тройно, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе, “Афғанстан ветерандары союзы”  беренсе территориаль ойошмаһы етәксеһе Виктор Дмитриев һәм дин әһелдәре сығыш яһаны.

Уларҙың барыһы ла үҙ сығышында бөтә көстө фашизмды бөтөрөүгә, Рәсәйҙе - Тыуған илде һаҡлауға йүнәлтеү кәрәклеген билдәләне. Ватаныбыҙ именлеген һаҡларға әҙер булған егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙеләр.

-Хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәүегеҙгә ышанабыҙ. Беҙ һеҙгә өмөт  менән ҡарайбыҙ, һеҙҙе  иҫән-һау ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ. Ғаиләгеҙ тураһында хәстәрлек күрербеҙ! – тине Рөстәм Наил улы.

Тыуған илде һаҡлау – ирмен тигән ир-егеттең изге бурысы. Бөгөн юлға сыҡҡан егеттәрҙең барыһы ла быны яҡшы аңлай. Ватанды һаҡлау, иң беренсе, ғаиләңде, яратҡан ҡыҙыңды, балаларыңды яҡлау ул.

Мобилизацияға эләккән 25 йәшлек егеттең атаһы менән һөйләшергә насип булды. “Атай булараҡ улымды, әлбиттә, ебәргем килмәй, ә ир-егет булараҡ, был - улымдың гражданлыҡ ҡына түгел, ә выждан бурысы икәнлеген аңлайым. Ул яҡламаһа, кем яҡлаһын?! Беҙгә хәҙер Донбасс һәм Украина биләмәһен нацистарҙан таҙартыу өсөн көс кәрәк”, - тине ул.

24 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтары һәм хөкүмәт ағзалары, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, республиканың хәрби комиссарҙары менән кәңәшмә үткәрҙе. Башҡортостан Башлығы улар алдында торған төп бурыстарҙы атаны. “Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға ҡарата беҙҙең төп принцип үҙгәрешһеҙ ҡала: Шайморатов нәҫелдәре үҙҙәренекен ташламай! Егеттәрҙе кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә һәм уларҙың ғаиләһенә ярҙам итә алырлыҡ хәлдәбеҙ. Бөтәгеҙҙе лә был эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауығыҙҙы һорайым”, - тине Радий Хәбиров.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас