Яңылыҡтар
27 Сентября 2022, 09:25

Йәш буйынса хәрби хеҙмәткә алынмағандар үҙ ирке менән китергә хоҡуҡлымы?

Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы Сергей Николаевич Нетунаев аңлата.

Йәш буйынса хәрби хеҙмәткә алынмағандар үҙ ирке менән китергә хоҡуҡлымы?Йәш буйынса хәрби хеҙмәткә алынмағандар үҙ ирке менән китергә хоҡуҡлымы?
Йәш буйынса хәрби хеҙмәткә алынмағандар үҙ ирке менән китергә хоҡуҡлымы?

 

- Бындай хоҡуҡ бар. Йәш цензына эләккәндәр ирекмәндәр отрядына ҡушыла ала. Беҙҙә улар икәү - Шайморатов һәм Доставалов исемендәге отрядтар. Әлеге ваҡытта контракт буйынса ошо подразделениеларға ҡушылыуҙы көтөүселәр бар.

Махсус операцияла ҡатнашыу өсөн ирекмән булып яҙылыу өсөн Башҡортостан кешеләре йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә ала. Унда, хәл-торошҡа ҡарап һәм әҙерлек кимәленән сығып, аңлатмалар биреләсәк.

Автор:Аңлатабыҙ.Башҡортостан
Читайте нас