

Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙә фекере менән бүлеште: “Оҙаҡ - һигеҙ йыл көткән ваҡиға... Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре Рәсәй составына инергә ҡарар итте. Йонсоған халыҡ намыҫы ҡушыуы буйынса йәшәр һәм ғәзиз кешеләре менән бергә ҡалыр өсөн көрәште.
Ҡарар улар өсөн дә, бөйөк илебеҙ өсөн дә тарихи. Тыуған йортоғоҙға рәхим итегеҙ!" - тип белдерҙе ул.