Яңылыҡтар
30 Сентября 2022, 05:10

Ҡылған Шылғанов

Атайымдың бер туған ҡустыһы Нурый Шаһманов үткән быуаттың 70-се йылдарында, төндә, ридуан арбаһына ат егеп, күрше Арыҫлан совхозы баҫыуына тары һаламы урларға бара. Тейәп бөтөп ҡайтырға сығырға ғына торғанда ҡаршыһына совхоз түрәләре килеп сыға.

Ҡылған ШылғановҠылған Шылғанов
Ҡылған Шылғанов

— Был уғрылығың өсөн һиңә штраф һалабыҙ, фамилияң нисек? — тиҙәр, кеҫәләренән ручка, ҡуйын дәфтәре сығарып.
Был теләр-теләмәҫ кенә русса:
— Шагманов, — ти.
— Как? Шылганов?
Нурый, быларҙың башҡортса аңламағанын белеп:
— Да, Шылганов, — ти ҙә ҡуя.
— А как имя?
Фамилияһы янына "исеме" лә табыла.
—Кылган.
— Кылган Шылганов, значит.
— Да.
— Ладно. Завтра с тобой разберемся, — тиҙәр ҙә ҡайтырға ҡушалар.
Икенсе көнөнә был түрәләр Смаҡ ауылындағы Арыҫлан ауыл советына киләләр. Уның рәйесе булып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, абруйлы шәхес Андрей Васильевич Клименков эшләй. Ул Исламғол ауылында үҫкән, йәшәгән урыҫ кешеһе башҡорт телен һыу урынына эсә, биш бармағы кеүек белә, шуға күрә яҡташтары уны, ихтирам итеп, ғүмер буйы "урыҫ башҡорто" тип йөрөттө.
Былар Андрей Васильевичҡа кисәге Ҡылған Шылғанов менән булған хәлде һөйләп бирәләр. Силсәүит рәйесе туҡтай алмайынса шарҡылдап көлә башлай. Тегеләр быға аптырап ҡарап торалар. Көлөүенән туҡтағас, Андрей Васильевич эштең ниҙә икәнен аңлатып бирә. Инде хәҙер былар шарҡылдап көлә башлайҙар. Көләләр, көләләр ҙә:
— Ну ладно уж, — тип, ҡул һелтәп, ҡайтып китәләр.
Әндрәй бабай Оло Моҡасҡа эш буйынса барғанда Нурыйҙы осрата:
— Ни хәл, Ҡылған Шылғанов? — ти ул, бармаҡ янаған кеше булып.
— Һәбәт, һәйбәт, Андрей Василич, һеҙҙең хәйер-фатихала, — тип күҙ ҡыҫа быныһы.
— Нурый, шул һинең генә этлегеңдер, тип уйлағайным да.
— Эйе, мин инем ул Ҡылған Шылғанов.
Күңелдәре булғансы рәхәтләнеп көлөшә былар.
Башҡорт телен белеү бер ҡасан да бер кемгә лә зыян иткәне юҡ, тик файҙаға ғына.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас