Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2022, 04:41

Үҙеңә ышаныу ғына бәхеткә юл аса

     Тормошта ҡыуанғанда, илаған ваҡыттар ҙа була. Кемдер уңышҡа тиҙ өлгәшә, бәхет күгендә кинәнә, ә икенселәргә төрлө һынау-кәртәләрҙе үткәрергә тура килә.Кемгәлер бөтә нәмә еңел бирелә, ә кемдер ҡаршылыҡтарға абына. Ни өсөн шулай килеп сыға?      Ғүмеремдең төрлө сағы булды, ҡоланым, яҙмыш төрлө кәртә ҡорҙо, әммә һынып ҡалманым, тороп баҫтым. Күпте күрҙем, ишеттем, ошо тәжрибиәмде һеҙгә лә  тәҡдим итәм.     Яҙмышығыҙ хужаһы һеҙ генә, уны нисек теләйһегеҙ, шулай үҙгәртә һәм тик матур хәтирәләр менән йәшәй алаһығыҙ. Эштәрегеҙ уң барһын өсөн, иң беренсе уй-фекерҙе тәртипкә килтерергә кәрәк.

Үҙеңә ышаныу ғына бәхеткә юл асаҮҙеңә ышаныу ғына бәхеткә юл аса
Үҙеңә ышаныу ғына бәхеткә юл аса

    Бәхетле булыу өсөн һәр ваҡыт ыңғай уйҙа булырға, ә уларҙың ниндәйе генә юҡ, мәҫәлән: “Минең ҡулымдан килә” “Мин үҙемә ышанам”, “Барыһы ла яҡшы буласаҡ”,Байлыҡ-минең ҡулда”,“Минең ғүмерем  тик шатлыҡтан һәм мөхәббәттән тора” ошо һүҙҙәрҙе юлдаш итһәң, яңы һулыш асылыр. Кем нимә һөйләмәҫ, уларҙың һүҙҙәрен яҡын алмағыҙ, ниндәй сифаттар һеҙҙә барын үҙегеҙ беләһегеҙ. Кеше һүҙен тыңлап, төшөнкөлөккә бирелдем һәм паника һөжүме ауына эләктем. Был осраҡта  бер ниндәй табип та, яҡындар ҙа, иптәштәрең дә һине аңламаясаҡ. Шул саҡта күберәк психология китаптарын уҡыным, ундағы  аффирмацияны башҡа һеңдереп барҙым. Бына шунда миңә йән тыныслығы килде һәм яңынан тыуған кеүек булдым. Үҙемде ыңғай уйҙар уйларға мәжбүр иттем. Оҡшаған эш табасағыма ышандым. Әлбиттә, юлымда яратҡан һәм аңлаған кешемде осраттым, ул - әлеге ваҡытта минең  ҙур таянысым. Шуныһы мөһим, һиңә ышанған кеше яныңда булһа, тағы ла дәрт-көс өҫтәлә. Яйлап депрессиянан ҡотола башланым, үҙемде ҡулға алдым, үҙемә ышандым. Күп тә үтмәй, күңелемә ятҡан эш тә табылды.

   Беҙҙе уратып алған бәләләр һәм уңышһыҙлыҡтар өсөн үҙебеҙ генә ғәйепле, башҡаларҙан ғәйеп эҙләргә кәрәк түгел, башыбыҙҙа юҡтан килеп сыҡҡан  проблема ул, шул беҙҙе туҡтата. Өйҙә ятып ҡына бәхет һауанан төшмәй, етешһеҙлектәрҙән ҡотолоу өсөн эшләргә кәрәк. Кемдер, бәлки, минең менән  килешмәҫ, ә үҙеңә ышанмаһаң, нисек бәхеткә өлгәшәһең?

Ыңғай уй менән һәм яҡшы теләктәр теләп йөрөргә кәрәк, сөнки улар йыһан менән бәйле һәм киләсәккә программа бирә һәм матдилаша. Был донъяла мин иң бәхетле кеше тип әйтеп торһағыҙ, һеҙҙең эргәлә йылы мөхит барлыҡҡа килә, барыһы ла ыңғай була һәм ихлас күңелле кешеләр генә уратып алыр. Яҡты уйҙар киреһенә ҡарағанда мең тапҡырға көслөрәк. Гел һөйләнеп, финанс проблемалары борсоп, көндәлек мәшәҡәткә бирләнеп, көйөнөп, булғанына ҡәнәғәт булмай йөрөгәндәргә, йыһан шул уҡ мәшәҡәтте тағы ла өҫтәп бирер. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, моғайын: оптимист, тормошонан ҡәнәғәт кешеләрҙе тап үҙе ишеләр урата. Һәр ваҡыт мыжып, сирләп, зарланып, аҡса етмәй тип борсолғандарға ҡарап күңел дә төшә.

Хис-тойғоно контролгә алып, уларҙы дөрөҫ йүнәлештә тоторға була, уны иртән торғас та башларға мөмкин. Әгәр йоҡо туймай, йөҙөгөҙ һытыҡ, асыуланып йөрөһәгеҙ, бөтә көнөгөҙ шулай үтәсәк. Яҡшы кәйеф -  уңышҡа илткән юл. Аллаһы Тәғәләне ҙурлап рәхмәт әйтегеҙ, Хоҙайҙан иртәгәһе көндө тағы ла уңышлыраҡ биреүен һорағыҙ.

Уй-ниәт ҡабул булһын өсөн нимә теләгәнеңде аныҡ белергә һәм йыһан мөмкинлектәренә ышанырға кәрәк. Иң мөһиме үҙеңде хөрмәт итергә, юғары баһа бирергә. Башҡаларҙан кәм күргән һайын, йәмғиәттә ихтирам яулауы ауыр.Телдә ятҡан тиҫкәре һүҙҙәрҙе алып ташлап, матур һүҙбәйләнештәр менән алмаштырығыҙ, мәҫәлән: “Эт кеүек арыным” тимәгеҙ, “Фәрештә кеүек эшләнем”тейеү дөрөҫөрәк була.

Матур йөкмәткеле йырҙар тыңлағыҙ, төрлө күңелле сараларҙа ҡатнашып йөрөгөҙ. Тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ һәм гүзәллегенә иғтибар итегеҙ. Ҡоштар һайрауы ла ҡайһы ваҡытта йәнгә дауа. Күберәк саф һауала йөрөгөҙ. Ҡыуанырға, хыялланырға ҡурҡмағыҙ, уларҙың бойомға ашыу һәләте бар. Нисә йәштә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, мөғжизәгә ышанығыҙ!

Автор:Динара Максютова
Читайте нас