Гөлниса Әхмәтшәриф ҡыҙы күптән инде хаҡлы ялда. Шулай ҙа, ҡәҙерле уҡытыусыбыҙға бала сағыбыҙҙың бәхетле мәлдәре өсөн рәхмәтебеҙҙе әйтергә әле лә һуң түгелдер, тибеҙ. Уның менән бергә бөтә уҡытыусыларыбыҙға ла йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Барыһын ҙур хөрмәт, тәрән ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Исемдәре күңелдәребеҙҙә ҙур хәрефтәр менән яҙылған уҡытыусыларыбыҙ бит улар!
Ҙур рәхмәт һеҙгә! Байрам менән ,алдағы тормошоғоҙҙа уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем.
Уҡыусығыҙ Шәйәхмәтова Әлфиә Санир ҡыҙы.