Ни һөйләһәң, алдыңа шул килә. (Юраған юш килә.)Ни юҡ булһа, шул танһыҡ.Оялған туйҙан буш ҡалған.Ояңа ҡарап ҡанат ҡаҡ (Дуғаңа ҡарап ҡыңғырау таҡ.)Өйҙәге иҫәпте баҙарҙағы хаҡ боҙа.Өйөңдәге хәлде күршеңдән һораш.Өлөш бар ерҙә үлеш бар.