

Беренсе сентябрь иртәһе... Мин әсәйемде етәкләп, сәскә гөлләмәһе тотоп беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асып индем. Ихлас йылмайып тәүге уҡытыусым Кинйәбаева Зимфира Ишбулат ҡыҙы ҡаршы алды. Уны тәү күреүҙән үк күңелемдә ниндәйҙер йылылыҡ урынлашты. Мине тәү башлап ҡәләм тоторға, хәреф танырға,тәбиғәтте, тыуған ерҙе, телде яратырға, кешелекле, тәрбиәле, инсафлы булырға өйрәтте. Нимәлер килеп сыҡмаһа, сабыр ғына аңлатты. Яҡшы тәрбиә, ныҡлы белем бирҙе. Ә быйыл инде V синыфта тырышып белем тауына үрмәләйем.Яратҡан беренсе уҡытыусыма рәхмәтлемен. Уға һаулыҡ, бәхет һәм оҙон ғүмер теләйем.