Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
5 Октября 2022, 16:20

Радий Хәбиров: Алда пландар ҙур һәм эш тә күп

Мәскәүҙә үткән "Алтын көҙ" ауыл хужалығы йәрминкәһендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Владимирович Мишустинға беҙҙең республика халҡы исеменән ике программа өсөн рәхмәт әйттем, тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.

Радий Хәбиров: Алда пландар ҙур һәм эш тә күпРадий Хәбиров: Алда пландар ҙур һәм эш тә күп
Радий Хәбиров: Алда пландар ҙур һәм эш тә күп

Беренсеһе  - ауыл ипотекаһы. Ул Башҡортостанда ҙур һорау менән файҙалана. Бирелгән заем буйынса илдә беҙ беренсе урында. Ауыл ипотекаһы менән 5,6 мең ғаилә торлаҡ шартын яҡшыртты.

Икенсеһе- ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү. Был программа сиктәрендә финанслак күләме буйынса республика - Рәсәйҙә икенсе урында.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас