

Ир диңгеҙе була алмай
Теҙҙән, меҫкен тубыҡтан,
Күләүеге баштан ашмай
Иҫәрлек, байғошлоҡтан.
Ир донъяһын Хоҙай ҡормай,
Ул - үҙаллыҡ бөркөтө.
Йортҡа кергәнсе бит утҡа
Керәлер ул ир кеше.
Ир имәне иләймән ул,
Ҡаты ерҙә төпләнә.
Туйған, һыйған ерҙә түгел,
Тыуған илдә һипләнә.
Ир ояты буш һүҙ түгел,
Әжәлдән дә көслөрәк.
Ир тойғоһо аҡыллыраҡ,
Ир аҡылы хислерәк.
Ер түгел ул, ир күтәрә
Илгә килгән ҡайғыны.
Ир тәне мән һүндерелә
Баҫҡынсылар янғыны.
Ир тигәнең әлмисаҡтан
Ант сабылған төп, өрлөк:
Ҡол булғансы көл була ир,
Яуҙа һынала ирлек.
Таңһылыу Ҡарамышева