Яңылыҡтар
7 Октября 2022, 12:12

Үрге Юлдаш ауылы ағинәйҙәре Мәүлит байрамы үткәрҙе

Рабиғел әүүәл айының ун икенсе көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы ойошторола. Быйыл ул 7 октябргә тура килә. Атап әйткәндә, был байрам  бөгөн кис ҡояш байығас башлана.

Үрге Юлдаш ауылы ағинәйҙәре Мәүлит байрамы үткәрҙеҮрге Юлдаш ауылы ағинәйҙәре Мәүлит байрамы үткәрҙе
Үрге Юлдаш ауылы ағинәйҙәре Мәүлит байрамы үткәрҙе

Риүәйәттәрҙән билдәле булыуынса, был төндә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм донъяға килгән. “Мәүлит” – ғәрәп һүҙе, беҙҙеңсә тыуыу тигәнде аңлата.
Үрге Юлдаш ауылы ағинәйҙәре Баныу һәм Зөфәр Аҡсуриндарҙың йәмле йортона йыйылып, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөндә, йәғни Мәүлит байрамында пәйғәмбәребеҙгә бағышлап, салауат һәм мөнәжәт әйттеләр. Милли ризыҡтарҙан һығылған табында илебеҙ тыныслығы, ғаиләләр именлеге, Украинала барған хәрби операцияла һәм өлөшләтә мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылдылар.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас