

Ә ҡояш көлмәй, төйнәнеп,
Ҡышҡы сәфәргә киткән.
Унан сәләм-хат булып, тик
Болоттар аға күктән.
Ҡыр эсә көҙгө ямғырҙы
Һәм ҡыуана...
Йәнәһе,
Ҡояштың бүләге былар,
Ҡояштың күстәнәсе!
Мин барам һаман.
Эргәмдән
Көҙ килә һары кейеп.
Моңһоу ҙа ул, өмөтлө лә...
Минең уйҙарым кеүек.
Рәшит Назаров