Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Октябрь 2022, 10:40

ЙЫЛЫ ҺҮҘҘӘР ИШЕТӘҺЕ КИЛӘ

Шундай һүҙҙәр кәрәк — һөйөп йыуатырҙай,Һүнгән күңелдәрҙе наҙлап уятырҙай,Ҡанат ҡуйып иңгә, бирешмәҫкә сиргә —Шундай йылы һүҙҙәр ишетәһе килә.Шундай һүҙҙәр кәрәк — тәме бөтмәй торған,Шундай һүҙҙәр кәрәк — йәндән китмәй торған.Ниңә шундай һүҙҙәр әйтелә һуң һирәк?Йылы һүҙҙәр әйтәйек әле күберәк.

ЙЫЛЫ ҺҮҘҘӘР ИШЕТӘҺЕ КИЛӘЙЫЛЫ ҺҮҘҘӘР ИШЕТӘҺЕ КИЛӘ
ЙЫЛЫ ҺҮҘҘӘР ИШЕТӘҺЕ КИЛӘ

Шундай һүҙҙәр кәрәк — һөйөп йыуатырҙай,
Һүнгән күңелдәрҙе наҙлап уятырҙай,
Ҡанат ҡуйып иңгә, бирешмәҫкә сиргә —
Шундай йылы һүҙҙәр ишетәһе килә.

Шундай һүҙҙәр кәрәк — тәме бөтмәй торған,
Шундай һүҙҙәр кәрәк — йәндән китмәй торған.
Ниңә шундай һүҙҙәр әйтелә һуң һирәк?
Йылы һүҙҙәр әйтәйек әле күберәк.

Шундай һүҙҙәр кәрәк — һағыш ҡыуа торған,
Уны ишетеүгә ҡабат тыуа торған,
Йәшендәрҙе ҡыуып, ҡояш сығарырҙай,
Сабый бала һымаҡ ихлас ҡыуанырҙай.

Шундай һүҙҙәр кәрәк — өмөт бирә торған,
Сын күңелдән әйтеп бәхет үрә торған.
Кәрәк асыр өсөн улар күңел күҙен,
Үҙең ябай бул һин, алтын булһын һүҙең.

Айгөл Вәлиуллина.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас