Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Октября 2022, 04:00

Тырыш әйткән: «Бөгөн тырышып эшләйем дә, иртәгә ял итермен».

Ялҡау кеше-ярты кеше,уңған кеше-ун кеше Ялҡау өйөнә еткәс йүгерер Ялҡау өмә әйтер,тамаҡһау өмәгә йөрөр Ялҡау торһа йән ҡуймаҫ Ялҡау ултырып йоҡлай, ятып эшләй Ялҡау урынын йыймаҫ Ялҡау үгеҙ ит бирә,ялҡау кеше ни бирә? Ялҡау үлмәҫ, рәхәт көн күрмәҫ Ялҡау ялдан туймаҫ,уңған эштән туймаҫ Ялҡау ялҡауға эйәрер Ялҡау ята белмәҫ,ятһа, тора белмәҫ Ялҡау ятып ашар

Тырыш әйткән: «Бөгөн тырышып эшләйем дә, иртәгә ял итермен».Тырыш әйткән: «Бөгөн тырышып эшләйем дә, иртәгә ял итермен».
Тырыш әйткән: «Бөгөн тырышып эшләйем дә, иртәгә ял итермен».
  • Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә, күп тешләй.
  • Ялҡау аҡрын барһа ла, ярлылыҡтың артынан тиҙ етер.
  • Ялҡау атты ял баҫыр.
  • Ялҡау ашҡа килер, уңған эшкә килер.
  • Ялҡау булма — ялҡаулыҡ баҫыр,
  • Ялҡау йөрөшөнән билгеле.
  • Ялҡау кеше иҫәпкә бар, һанға юҡ.
  • Ялҡау кеше аш янында ат кеүек, эш янында ят кеүек.
  • Ялҡау кеше — ярты кеше, уңған кеше — ун кеше.
  • Ялҡау өйөнә еткәс йүгерер,
  • Ялҡау өмә әйтер, тамаҡһау өмәгә йөрөр.
  • Ялҡау торһа йән ҡуймаҫ.
  • Ялҡау ултырып йоҡлай, ятып эшләй.
  • Ялҡау урынын йыймаҫ.
  • Ялҡау үгеҙ ит бирә, ялҡау кеше ни бирә?
Автор:Динара Максютова
Читайте нас