Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2022, 06:15

УТ

Әсәһенең күҙ йәштәреТама улы күкрәгенә...- Балаҡайым, һин бармаһаң,Бөлөр микән Украина?Илебеҙ ҙә бөлөр микән,Һин инмәһәң ут эсенә?...Аңламайым, улым, был хәл,Яңлышымы, хаҡ эшеме.Балаҡайым, бергенәмһең,Ҡалдыниһәң нимә була?Илеңә һин һалдат булһаң,Миңә бит һин ғәзиз бала.- Әсәкәйем, өҙгөләнмә.Намыҫ ҡушмай. Ир бит улың.Ирмен тигән уй - халәттеңБөгөнгөһө ҡыйбат уның.Әсәкәйем, мин ҡайтырмын.Ауыр уйҙар уйламай көт.Мин ҡайтырмын, тик һин генә,Һынауҙарҙы иламай үт.Һин илаһаң, Ил дә илар,Мин дә һынһам, һыныр Ватан.Нимә тиер, барманиһәм,Ир бул, тигән ғәзиз атам?...Ике уттың араһындаЯна Әсә, яна Илем.Кемеһелер утын өҫтәй,Кемеһелер аңлай хәлен...Наилә Хәмбәлиева

Әсәһенең күҙ йәштәре
Тама улы күкрәгенә...
- Балаҡайым, һин бармаһаң,
Бөлөр микән Украина?

Илебеҙ ҙә бөлөр микән,
Һин инмәһәң ут эсенә?
...Аңламайым, улым, был хәл,
Яңлышымы, хаҡ эшеме.

Балаҡайым, бергенәмһең,
Ҡалдыниһәң нимә була?
Илеңә һин һалдат булһаң,
Миңә бит һин ғәзиз бала.

- Әсәкәйем, өҙгөләнмә.
Намыҫ ҡушмай. Ир бит улың.
Ирмен тигән уй - халәттең
Бөгөнгөһө ҡыйбат уның.

Әсәкәйем, мин ҡайтырмын.
Ауыр уйҙар уйламай көт.
Мин ҡайтырмын, тик һин генә,
Һынауҙарҙы иламай үт.

Һин илаһаң, Ил дә илар,
Мин дә һынһам, һыныр Ватан.
Нимә тиер, барманиһәм,
Ир бул, тигән ғәзиз атам?

...Ике уттың араһында
Яна Әсә, яна Илем.
Кемеһелер утын өҫтәй,
Кемеһелер аңлай хәлен...
Наилә Хәмбәлиева

Автор:Динара Максютова
Читайте нас