Көнгәк
+12 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Октября 2022, 04:48

“Аҡыллылар оҫталығы” милли чемпионаты

12-нән 14 октябргә тиклем Мәләүез күп йүнәлешле һөнәри колледж майҙансыҡтарында “Аҡыллылар оҫталығы”  V Милли чемпионат финалы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google

 

Һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй беренселегендә  50 һәм унан өлкән йәштәгеләр араһында “Экскурсия хеҙмәтен күрһәтеү” һәм “Социаль эш” компетенцияларында Олег Измиков һәм Эдуард Кузнецов ҡатнашты. Сараның маҡсаты илленән олораҡ йәштәгеләр араһында кадрҙар ресурсын популярлаштырыуға булышлыҡ итеүгә, уларҙың заманса технологиялар менән эшләүен һәм  үҙләштереү һәләтен күрһәтеүгә, шулай уҡ эш биреүселәрҙең өлкән йәштәге белгестәргә ҡарашын үҙгәртеүгә йүнәлтелгән.

 V милли чемпионат финалы һөҙөмтәләре 14 октябрҙә билдәле булды. Шулай итеп, Олег Измиков  (техник белгес Дятлова Н. П.) һәм Эдуард Кузнецов  (техник белгес Л. Г. Трофимова) үҙ компетенцияларында һөнәри оҫталығы өсөн медальон менән бүләкләнде.

Лилиә ЗАНИНА.

“Аҡыллылар оҫталығы” милли чемпионаты
“Аҡыллылар оҫталығы” милли чемпионаты
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас