

Организмға зыян килтермәй ябығырға теләһәгеҙ, һис шикһеҙ, туҡланыу рационына авокадо индерергә кәрәк. Был йәшелсәлә файҙалы майҙар тырнаҡ һәм сәстең матурлығын һаҡларға ярҙам итә. Шулай уҡ авокадо баш мейеһен тиҙерәк эшләтә, организмға көс-дәрт бирә. Диетологтар көнөнә бер авокадо ашарға кәңәш итә.
Авокадоны нисек һайларға?
Емешкә еңелсә генә баҫып ҡарарға кәрәк. Әгәр ул йомшаҡ һәм бер аҙ һығылмалы икән, тимәк, өлгөргән һәм уны бөгөн-иртәгә ашарға була. Ҡаты булһа, өлгөрөп етмәгән, тигән һүҙ. 4-7 кәндән бешеп етәсәк, ә инде артыҡ йомшаҡ булһа, емеш үтә етлеккән.
Авокадо менән тәмле салат
500 г тауыҡ ите, 2 авокадо, 2 мандарин, 200 г йөҙөм (виноград), 200 г майонез, 100 г ҡаймаҡ, 1 лимон, салат япраҡтары.
Тауыҡ итен бешереп, шаҡмаҡлап йәки һаламлап турарға. Мандаринды әрсеп, төштәренән таҙартып, шекәрәһен алырға. Салат өсөн ҡара виноград ҡулланырға. Уны уртаға бүлергә, төштәрен таҙартырға. Авокаданы әрсегәс, уртаға ярып, йоҡа телемдәргә киҫергә. Йәшелсә ҡараймаһын өсөн лимон һуты һибергә.
Һауыт төбөнә салат япраҡтары йәйеп, өҫтөнә мандарин киҫәктәре теҙергә. Шунан өсөнсө ҡатлам итеп буталған тауыҡ ите, авокадо һәм виноград ҡатнашмаһын һалырға. Соус өсөн майонезға ҡаймаҡ һалып бутарға һәм салат өҫтөнә ҡойорға.