Яңылыҡтар
26 Октября 2022, 10:57

Ай тылсымы

Табибтарҙың, халыҡ имселәренең кү­ҙәтеүенсә, ай тулған көндәрҙә кешеләр тыңғыһыҙыраҡ бу­ла, психик сирҙәр кө­сәйә. Ғалимдар билдәләүенсә, ай тулған мәлдә һәм унан алда 5-7 көн дауамында тамырҙарҙа ҡан ойошоу әүҙемләшә. Ул ҡуйырып, тромбозға бәйле инфаркт һәм инсульт хәүефе арта. Быға юл ҡуймаҫ өсөн, айырыуса өлкән йәштәгеләргә был көндәрҙә:

Добавить в предпочтительные источники Google
Ай  тылсымыАй  тылсымы
Ай тылсымы

Табибтарҙың, халыҡ имселәренең кү­ҙәтеүенсә, ай тулған көндәрҙә кешеләр тыңғыһыҙыраҡ бу­ла, психик сирҙәр кө­сәйә. Ғалимдар билдәләүенсә, ай тулған мәлдә һәм унан алда 5-7 көн дауамында тамырҙарҙа ҡан ойошоу әүҙемләшә. Ул ҡуйырып, тромбозға бәйле инфаркт һәм инсульт хәүефе арта. Быға юл ҡуймаҫ өсөн, айырыуса өлкән йәштәгеләргә был көндәрҙә:
* көсөргәнешле, ауыр эштәрҙән баш тартырға, стрестан һаҡланырға;
* оҙағыраҡ йоҡларға (өлкәндәргә - 8-9 сәғәт, йәштәргә 7-8 сәғәт), көндөҙ ҙә серем итеү мөһим;
* ашауҙы сикләргә, аҙ-аҙлап 4-5 тапҡыр ашарға;
* ҡанды шыйығайтыусы аҙыҡ-түлекте (диңгеҙ кәбеҫтәһе, ҡара виноград, йөҙөм, ҡара ҡарағат, шоколад, һарымһаҡ, һуған һ.б.) күберәк ҡулла­нырға;
* шәкәр, ҡайнатма, аҡ икмәк кеүек тиҙ үҙләштерә торған углеводтарҙы кәметергә;
* ҡыҙҙырылған, тоҙло аҙыҡтарҙан баш тартырға кәрәк.
Ай тулғас, унан һуңғы беренсе аҙна, киреһенсә, ҡан шыйыҡланып, тамырҙарҙы тултырып, көслө аҡҡан хәүефле осор. Эске ағзаларға ҡан һауыу, геморрагик инсульт ихтималы арта.

Ай  тылсымы
Ай тылсымы
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас