Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Аҡылһыҙҙың ауыҙынан да бер аҡыллы һүҙ сыға
Аҡылһыҙҙың һаҡалы үҫһә лә, аҡылы үҫмәҫ
Аҡылы бер мыҫҡал
Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон
Аҡылы юҡ кешенең аҙырайған күҙе бар
Аҡылы юҡтың яҡыны юҡ
- Аҡылын алтынға алышҡан алтынын баҡырға алышыр
- Аҡылың булһа, аҡыллыға эйәр, аҡылың булмаһа - мәҡәлгә эйәр
- Аҡылың булһа, алданмаҫһың, алйот булһаң, алдыра алмаҫһың
- Аҡылың булһа, асыу һаҡлама
- Аҡылыңды ҡаш араңа маяҡ ит
- Аҡырған башлыҡ түгел, аҡылы бар башлыҡ
- Аҡшам ваҡыты - ашам ваҡыты