Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
4 Ноябрь 2022, 09:21

Ожмах ҡапҡалары асыҡ булһын...

Яратҡан уҡытыусыбыҙ Кәлимғолов Миңлебай Юлдашбай улы арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙыУл баҡыйлыҡҡа күскәс, донъябыҙ бушаны, күңелебеҙҙә уға бурыслы булыу тойғоһо, әйтелмәгән рәхмәт һүҙҙәре өсөн үкенес ҡалғандай кеүек. Мәктәп йылдары фотоһүрәттәре менән альбом, уның ниндәй яҡшы кеше булыуын иҫкә төшөрәм. Уҡытыусы ғына түгел, атайым менән бергә уйнап үҫкән дуҫы , артабан да ғаилә дуҫтары булараҡ яҡын беҙгә ул. Беҙ өс ҡыҙ барыбыҙ ҙа Зөлфирә апай һәм Миңлебай ағай беҙҙе уҡытҡанына ғорурланабыҙ.Үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусыбыҙҙың сағыу тормош көтөүе барыһын да һоҡландырҙы. Ул оҙаҡ йылдар Октябрь дөйөм белем биреү мәктәбенең директоры дилбегәһен тартты.Шулай уҡ беҙҙең математика һәм физика уҡытыусыһы булды һәм мәктәпте тамамлағансы тиерлек беҙҙе ошо фәндән уҡытты. Ваҡыт үткәнен һиҙмәйбеҙ. Буйға тәпәш, ҡаҡса кәүҙәле уҡытыусыбыҙ таҡта янында тора, ә үҙе баштан - аяҡ: ҡулдары һәм биттәре аҡбурға буялған; таҡтаны ул формулалар һәм һандар яҙып тултырған, ә үҙе яҙғандарын ҡысҡырып аңлатып бара. Үҙе эргәһендә бер нимәне лә һиҙмәйенсә, ул дәртләнеп һәм илһамланып уҡыу материалына сума һәм уҡыусыларына уның мәғәнәһен аңлатырға тырыша. Ул һандар батшалығында һәм беҙ ҙә уның менән бергә. Ҡайһы саҡ ул туҡтап: «Бына мин һеҙгә бөтәһен дә сәйнәп ҡаптырҙым, һеҙгә йоторға ғына ҡалды», ти торғайны...

Ожмах ҡапҡалары асыҡ булһын...Ожмах ҡапҡалары асыҡ булһын...
Ожмах ҡапҡалары асыҡ булһын...

Һәм ул хаҡлы, уның ихлас күңелдән беҙгә аңлатҡан материалын аңламау мөмкин түгел ине. Мәктәпте тамамлауға оҙаҡ йылдар үтһә лә, беҙ уҡыусылары, әле лә алгебра, геометрия фәндәре нимәне өйрәнеүен, Пифагор теоремаһын, геометрия фигураларын үлсәү ысулдарын яҡшы беләбеҙ, кәрәк булһа һанды дәрәжәгә күтәреп, һандың тамырын һ.б. таба алабыҙ. Күптәребеҙгә математика фәне, Миңлебай ағай биргән белем һөнәр һайлағанда һәм институт, техникумда уҡығанда һәйбәт ярҙам итте. Мин уның изгелеклеге, аҡыллылығы һәм тәртиплелегенә һәб ваҡытта һоҡлана инем.
Яратҡан уҡытыусыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә һәр ваҡыт һаҡланыр.

Хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙың вафат булыуы сәбәпле, уның яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Эльвира Әсфәндийәрова.

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас