Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2022, 13:23

Бар әсәләрҙең дә теләге бер – ил тыныслығы

Ҡотош ауыл китапханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам йөҙөнән “Кис ултырыу”ға йыйылып, ойоҡбаш бәйләнек. Был сараны Бөтә донъя ҡул эше көнө сиктәрендә ойошторҙоҡ.

Бар әсәләрҙең дә теләге бер – ил тыныслығыБар әсәләрҙең дә теләге бер – ил тыныслығы
Бар әсәләрҙең дә теләге бер – ил тыныслығы

 

Күптән түгел беҙ, Ҡотош, Бәләкәй Моҡас ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары, Зөлфиә Ишдәүләтова тәҡдиме менән “Һалдаттарға күңел йылыһы” республика акцияһына ҡушылдыҡ. Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә үткән тәүге йыйылышта китапханала уңышлы эшләгән “Мираҫ” халыҡ ижады клубы ағзалары был башланғысты дәррәү күтәреп алды. Тиҙҙән башҡалар ҙа ҡушылды. Күңел йылыһын, күҙ нурҙарын һалып, һалдаттар өсөн бәйләгән ойоҡбаштарын килтерә башланылар ҙа инде. Беренселәрҙән булып Әлфирә Юлмөхәмәтова, Әнисә Фазләхмәтова бәйләһә, бөгөн бөтәһе лә тиерлек алып килгән.

Халыҡ аҡсаһына һатып алынған йөн еп менән тәьмин иткән Зөлфиә Ишдәүләтоваға, шулай уҡ матди ярҙамы өсөн ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илмир Уразинбәтовҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ үҙебеҙ ҙә аҡса йыя башланыҡ. Рәмзиә Йомағужина, Мәрйәм Иҫәнғолова, Зөләйха Сычкова, Гәүһәр Ҡотошева үҙ иғәнәһен индерҙе лә инде. Хәҙер беҙ ваҡытыбыҙ булғанда бәйләй, яҡташтарыбыҙҙы йылы ойоҡбаш менән тәьмин итә алабыҙ.

Әлеге ваҡытта улар өсөн Миңйыһан Ибәтуллина, Тимербикә Шәрипова, Миңлегөл Саликова, Әлфиә Ғөбәйҙуллина, Нәсимә Хужәхмәтова, Фирүзә Булатова, Бибинур Шаһманова, Гүзәл Ҡаранаева, Мәҙинә Иҫәнғолова үҙҙәре һатып алған йөндән бәйләй, ә Гөлсиә Ваһапова, Фирҙәүес Шәрипова бәйләй башлар өсөн пряжа һорап алды.

Лена ФАЗЛӘХМӘТОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас