Яңылыҡтар
1 Декабря 2022, 12:31

Тормош матур, күрә белһәң

Һәләтле кешеләргә һәр саҡ һоҡланып ҡарайым. Ҡуйған маҡсатына ирешкән, тырыш кешеләрҙе ихтирам итәм. Ә инде һаулыҡ мөмкинлеге сикле булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт алға ынтылған, камиллыҡҡа ынтылғандарға хөрмәтем икеләтә арта. Шундай көслө рухлы, талантлы һылыу ҡыҙ менән танышырға насип булды. Ул ваҡытта миңә 12 -13 йәш булғандыр. Беренсе кластан мине уҡытыусым шиғыр яҙырға өйрәтте, шул һәләтемде ташламаным, дауам иттем. Үҫмер ваҡыт... Тормошомда ҡара һыҙаттар күберәк тойолған саҡ. Шиғырҙарым да ҡара, күңелһеҙ, йәшәүҙең йәме юҡлығына төбәп яҙылғайны. Яҙған шиғырым Миңнира инәйемдең әхирәте Зөһрә апай Байгилдина ҡулына эләкте. Ул уҡып  сыҡҡас, ни хәтлем төшөнкөлөккә бирелеүемде аңланы һәм бер һәләтле ҡыҙ менән таныштырырға булды. Ул тәүҙә уның тураһында һөйләне. “Атлай алмай, коляскала ултыра  һәм шундай яҡты шиғырҙар яҙа, әммә донъяға ҡыуанып йәшәй”, - тине.

Тормош матур, күрә белһәңТормош матур, күрә белһәң
Тормош матур, күрә белһәң

Бер матур көндө иртәнге автобусҡа ултырып,  Зөһрә апай менән Хәлиҙә Шәйәхмәтоваға ҡунаҡҡа килдек. Ябай, изге күңелле апай беҙҙе  ихлас ҡаршыланы. Үҙенең ҡыҙы Римма  менән таныштырҙы, һөйләшеп киттек. Ысынлап та, уның шиғыр юлдары шул тиклем яҡты ине, һәр юлынан йылы нур бөркөлгән кеүек хис иттем. Улар минең күңелдә лә өмөт уятты. Бәләкәй һары себештән алып, тәбиғәттең бөтә гүзәллеген күрә һәм һоҡлана белгән, уларҙы төрлө яҡтан асып, йылы итеп күңелгә еткерә алған ул. Римманың күҙҙәрендә йәшәүгә дәрт, көс сағыла ине. Ул мине  илһамландырҙы, ҡанатландырҙы. Шат  һәләтле, ихлас күңелле, эргә-тирәһендә уратып алған бөтә нәмәнән тик матурлыҡ һәм изгелек кенә күрә белгән ҡыҙ менән танышыуыма рәхмәтлемен.

Ул ваҡытын дөрөҫ бүлә:  яратҡан шөғөлөнә лә, шиғыр ижад итергә һәм  механика-технология техникумында хоҡуҡ белгесе һөнәрен алып та өлгөрә.  Ул бик оҫта тәржемәсе лә, башҡорт телендәге шиғырҙарҙы урыҫсаға тәржемә итә. Римма Шәйәхмәтова бер ҡасан да яҙмышына зарланмай, ауыр тип  илап ултырмай, тик алға бара һәм үҙенең хыялдарын тормошҡа ашыра. Төрлө ижади конкурстарҙа еңеүҙәр яулай, бер ҙә тик кенә ултырмай. “Филантроп” халыҡ-ара премия номинанты, “Мин – автор” конкурсы еңеүсеһе. 2021 йылда Тамара Ғәниева исемендәге әҙәби премияһының “Ижадҡа сик юҡ” номинацияһында лауреат булды. Ошондай кешеләрҙән  өлгө алырға кәрәк. Уның 4 шиғыр йыйынтығы донъя күрҙе,  унда тәбиғәткә,  Тыуған иленә һөйөү  темаһы яҡтыртыла. Бер саранан да ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел ул шиғри оҫталыҡ, нәфис-музыкаль уҡыу  конкурсында ҡатнашып Гран-при яуланы. Һаулыҡ мөмкинлеге сикле булһа ла, ул үҙен башҡаларҙан кәм тоймай, киреһенсә, яҡты хыялдар менән йәшәй һәм ижад итә. Киләсәктә лә Римма Миңнулла ҡыҙына тик уңыштар теләйбеҙ, тағы ла беҙҙе еңеүҙәре һәм яҡты шиғырҙары менән ҡыуандырып торһон!

Автор:Динара Максютова
Читайте нас