

Геройҙы халыҡ тәрбиәләй, герой халыҡ араһынан сыға. Башҡорт халҡының илгә тоғролоғо, көсө, матурлығы - уның батырлығында. Тыуған илдең именлеге өсөн йәнен-тәнен аямаған батырҙар күп, уларҙың исемдәре, эштәре мәңгелек иҫтә ҡала. Улар хаҡында фильмдар төшөрөлә, дәреслектәр яҙыла, әҙәби әҫәрҙәр ижад ителә, һәйкәлдәр ҡуйыла.
Һуңғы йылдарҙа донъялар үҙгәрҙе һәм кешеләр үҙҙәренең ни өсөн йәшәгәнен, йәшәүҙең мәғәнәһен белмәй башланы. Әлеге ваҡытта башҡалар ғүмерен ҡотҡарып Герой тигән исемгә лайыҡ кешеләр бик күп. Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, бергә татыулыҡта йәшәйек.