Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2022, 04:00

Дөп-дөп итеп ишек ҡаға

Тағы Яңы йыл, Ул- яңы ла, беҙ иҫке шул, Булмай яңырып, Һәр ҡыш бер йыл өҫтәй тора Сәстәрҙе саллап, Туҡтатып та ҡуйып булмай, Һаҡсылар яллап. Әйҙә, килгәс уҙ түремә, Һөйөнөс йөкмәп, Күңелдә шатлыҡ мул булһын, Табында – икмәк. Буш тоғоңа ҡайғыларҙы Алып кит тейәп, Упҡынға күм, беҙҙә улар Тапмаһын төйәк. Дөп-дөп итеп ишек ҡаға Ана Яңы йыл. Юҡ, “иҫкерге” килмәй һис тә - Килә яңғырғы!                      Гүзәл Ситдиҡова

Дөп-дөп итеп ишек ҡағаДөп-дөп итеп ишек ҡаға
Дөп-дөп итеп ишек ҡаға

Тағы Яңы йыл,

Ул- яңы ла, беҙ иҫке шул,

Булмай яңырып,

Һәр ҡыш бер йыл өҫтәй тора

Сәстәрҙе саллап,

Туҡтатып та ҡуйып булмай,

Һаҡсылар яллап.

Әйҙә, килгәс уҙ түремә,

Һөйөнөс йөкмәп,

Күңелдә шатлыҡ мул булһын,

Табында – икмәк.

Буш тоғоңа ҡайғыларҙы

Алып кит тейәп,

Упҡынға күм, беҙҙә улар

Тапмаһын төйәк.

Дөп-дөп итеп ишек ҡаға

Ана Яңы йыл.

Юҡ, “иҫкерге” килмәй һис тә -

Килә яңғырғы!

                     Гүзәл Ситдиҡова

Автор:Динара Максютова
Читайте нас