

“Башархив” (башархив.рф) проекты тарихта тәүге тапҡыр Башҡортостан халҡына бер быуат элекке – 1917 йылғы Ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә юл аса. Интернетта һанлаштырылған ҡиммәтле документтарҙы һәр кем ҡарай ала. Хәҙер быны башҡарыр өсөн архивҡа барырға кәрәкмәй, ә компьютер йә башҡа гаджет аша юғарылағы порталға инергә генә кәрәк. Граждандарҙы ҡабул итеү ваҡытында ҡаралған һорауҙарҙың күбеһе тап ошо сайтка ҡағылышлы ине.
Тәлғәт Шаһманов — журналист, тарихсы һәм йыш ҡына шәжәрә тупларға теләүселәргә ярҙамға килә. Был көндө ул сайтта башҡорт ырыуҙары тарихын өйрәнгәндә кәрәк булған 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдары булмауына борсолдо.
“Республиканың Милли архивы райондарҙа һәм ҡалаларҙа күргәҙмәләр ойоштора. Мәләүез районында ла бындай саралар үткәрелеүе ҡаралғанмы?” – тигән һорау менән Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов сыҡты. “Ғафури районы марафондың һуңғы пункты. Әгәр ҙә халыҡтың теләге ҙур икән, тимәк киләһе йылда семинарҙы Смаҡ ауылында үткәреү тураһында уйларбыҙ, уртаҡ проект та төҙөрбөҙ. Ауыл халҡы үткәне менән ҡыҙыҡһыныуы бигерәк тә яҡшы,” – тине Илһам Фәтҡуллин.
Граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң, сарала ҡатнашыусыларҙы архив бүлеге начальнигы Илмира Фәйзуллина ҡала һәм район архивтарына алып барҙы. Улар бинаның торошо менән ҡәнәғәт булды, киләсәктә йыһазландырыу менән ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.