

Юлға сығыр алдынан ултырып тороу күптән барлыҡҡа килгән. Ул донъя менән идара итеүсе изге һәм яуыз рухтарға бәйле. Өйҙәге рухтар кешегә йәбешә лә уның юлына ҡамасаулыҡ итә, кире борорға маташа, шуға ла сәфәр хәйерле булмай тип иҫәпләнгән. Оҙон юлға сығыр алдынан ултырһаң, рухтарҙы алдарға мөмкин. Кешеләрҙең тыныс ҡына ултырғандарын күреп, рухтар, былар бер ҡайҙа ла китмәй икән, тип, һиҙгерлеген юғалта, аҙаҡ инде яйлап ҡуҙғалырға ла мөмкин. Бының үҙенә күрә һәйбәт яғы ла бар: оҙон юлға сығаһы кеше сәфәр алдынан уйҙарын тәртипкә килтерә, бөтәһен дә барлап өлгөрә һәм тыныс күңел менән ҡуҙғала.