

Инвестициялар фәнгә һәм техникаға, мәктәп һәм ауыл хужалығы комплекстары төҙөүгә, полимерҙар етештереүгә, логистика үҙәктәрен булдырыуға һәм юл буйындағы хеҙмәттәрҙе модернизациялауға һалынасаҡ.
Форум эшенең мөһим йүнәлештәренең береһе булып "Система" менән Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-тикшеренеү һәм белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын төҙөү буйынса концессия килешеүенә ҡул ҡуйыу тора. Хәҙерге заман университет кампустары селтәрен булдырыу буйынса эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән алып барыла, ә Өфө донъя кимәлендәге университет-ара кампустарҙың тәүге проекттары тормошҡа ашырыласаҡ ҡалалар иҫәбенә инә.
— Проектҡа инвестицияларҙың планлаштырылған күләме — 26,9 млрд һум, шул иҫәптән объектты төҙөүгә киткән сығымдар — 25 миллиард һум. Федераль бюджет аҡсаһы 11,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. Башҡортостан Республикаһы төбәк маҡсатлы инвестиция программаһы сиктәрендә 3,6 млрд һум бүлгән. Килешеүҙең ғәмәлдә булыу осоро 25 йыл тәшкил итәсәк, шул иҫәптән инвестиция этабы — 4 йыл. Бөгөнгө көнгә юл картаһы раҫланған, проект коллективы булдырылған, архитектура-ҡала төҙөлөшө концепцияһы әҙер һәм кампустың 35,8 мең квадрат метр майҙанлы IQ-паркын беренсе этабын проектлау һәм баһалау документацияһы эшләнгән. Кампустың бурысы — төбәктең фәнни-ағартыу ресурстарының үҙәк пункты, бөтә донъя студенттарын һәм йәш ғалимдарын йәлеп итеү урыны булдырыу, заманса техник ҡарарҙар һәм бизнес идеяларын йыйыу, анализлау һәм тормошҡа ашырыу үҙәге булдырыу», — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.