Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
14 Декабря 2022, 12:00

Петардалар менән һаҡ булығыҙ!

Пиротехник тауарҙы сауҙа селтәренең һатыу лицензияһына эйә булған махсус магазиндарҙан ғына һатып алырға кәрәк. Урам киоскыларына, ғәҙәттә, ялған тауар килтерелә, үҙебеҙҙә етештерелгәнен һатып алыу яҡшыраҡ. Сит илдән килтерелгән тауарға урыҫ телендә инструкция бирелергә тейеш

Петардалар менән һаҡ булығыҙ!Петардалар менән һаҡ булығыҙ!
Петардалар менән һаҡ булығыҙ!

Пиротехник тауарҙы сауҙа селтәренең һатыу лицензияһына эйә булған махсус магазиндарҙан ғына һатып алырға кәрәк. Урам киоскыларына, ғәҙәттә, ялған тауар килтерелә, үҙебеҙҙә етештерелгәнен һатып алыу яҡшыраҡ. Сит илдән килтерелгән тауарға урыҫ телендә инструкция бирелергә тейеш.
16 йәше тулмаған балаларға закон буйынса пиротехник тауар һатыу тыйыла.
Фатир эсендә петарда шартлатыу йәки фейерверк ойоштороу үтә ҡурҡыныс. Фейерверк өсөн 100 квадрат метрҙан да кәм булмаған майҙан һайлау мөһим. Эргә-тирәлә ағас, йорттар, түбәндә урынлашҡан сымдар булмаһын. Балалар үҙҙәре генә булғанда, бенгаль уттарын ҡабыҙыу һәм петардашартлатыу тыйыла. Күмәк саралар үткәрелгән урын янғын һүндереү кәрәк-ярағы менән тәьмин ителергә тейеш.

Петардалар менән һаҡ булығыҙ!
Петардалар менән һаҡ булығыҙ!
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас