

Ағас һайлау буйынса бер нисә кәңәш:
* Ботаҡтарын тотоп һәм шаҡып ҡарағыҙ: улар һығылмалы булырға һәм еңел бөгөлөргә тейеш.
* Бер нисә ылыҫты ҡул менән ыуғанда үҙенә хас хуш еҫ бөркөргә тейеш.
* Төбөнөң киҫелешенә иғтибар итегеҙ: әгәр киң ҡара ҡаймаһы бар икән, бындай ағас оҙаҡ һаҡланмаясаҡ.
* Шаҡып ҡараған саҡта ағастағы ылыҫтар ҡойолорға тейеш түгел.
Шыршы оҙаҡ торһон өсөн нишләргә?
- йылылыҡ приборҙарынан йыраҡҡараҡ ҡуйырға;
- һыу һалына торған махсус һауыт ҡулланырға;
- үҙ ваҡытында һыу бөркөргә;
- һыуға бер ҡалаҡ шәкәр ҡомо һәм бер аспирин
төймәһен ваҡлап һалырға.