Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
23 Декабря 2022, 06:14

Биш бала - биш шатлыҡ

"Беҙҙең әсәй миҙал алды!", - ти балалар.

Добавить в предпочтительные источники Google

Биш бала- биш шатлыҡ

1998 йылда булдырылған “Әсәлек даны” миҙалына Гүзәлиә Кашафетдинова һәм Алһыу Ҡотлоюловалар лайыҡ булды.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов тантанаға килгән ғаиләләрҙе яуаплы исем алыуҙары менән ҡотлап, именлек, тыныслыҡ, балаларға атай-әсәй өлгөһө иң юғарыһы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Әсәлек миҙалы” –һеҙҙең иңгә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй”, - тине ул.

Гүзәлиә Миңлебай ҡыҙы, Алһыу Ҡотлоюлова ла барлыҡ әсәйҙәр исеменән республика һәм район етәкселегенә ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.

"Беҙҙең әсәй миҙал алды!". Редакцияның ижади төркөмөн бәләкәстәр ошондай шатлыҡлы хәбәр менән ҡаршы алды.

Биш бала - биш шатлыҡ
Биш бала - биш шатлыҡ
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас