

Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрен тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
-----
Ҡәҙерле әсәйем, тыуған көнөң менән!
Бәхеткәйең оҡшаш булһын ине
Яңы яуған ап-аҡ ҡарҙарға.
Иң-иң яҡындарың йыйылғандар
Юбилейың менән ҡотларға.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын,
Килә, әсәй, бүләк итәһе.
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең,
Иң йылыһын һиңә әйтәһе.
---
Бөгөн һеҙҙең Туй көнөгөҙ,
Парлы ғүмерегеҙҙең иң башы.
Аллабирһә, уртаҡ юлығыҙҙың
Бәхет-шатлыҡ булһын юлдашы.
Бер-берегеҙҙе хөрмәт итеп йәшәгеҙ,
Сабыр итә белегеҙ ҡайсаҡта
Балаларығыҙҙы тәрбиәләгеҙ,
«Ғәилә» тигән йылы усаҡта.
----
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Бәхетең килһен үрелеп.
Ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын,
Йәшә, шатлыҡтарға төрөнөп!
Ҡәҙерле әсәйем, тыуған көнөң менән!
Бәхеткәйең оҡшаш булһын ине
Яңы яуған ап-аҡ ҡарҙарға.
Иң-иң яҡындарың йыйылғандар
Юбилейың менән ҡотларға.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын,
Килә, әсәй, бүләк итәһе.
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең,
Иң йылыһын һиңә әйтәһе.