Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2023, 06:37

Уларҙан өлгө алайыҡ!

Смаҡтарҙың уңған, тырыш, берҙәм икәнлектәре тураһында ҡабатлауҙың кәрәге юҡ. Эшләһәләр, тирә-йүндәгеләрҙе таң ҡалдыралар, байрам ойошторһалар – ошо кисерештәрҙе оҙаҡ ваҡыт онотоп булмай.

Уларҙан өлгө алайыҡ!Уларҙан өлгө алайыҡ!
Уларҙан өлгө алайыҡ!

 

Мәктәп - уҡытыусылар династияһына бай, уҡыусыларҙа  илһөйәрлек сифаты ярылып ята, ағинәйҙәре аш-һыуға, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү-һаҡлауға маһир, ир-егеттәре спортта таһыллыҡ күрһәтә. Дөйөм алғанда, бөтә яҡтан килгән халыҡ йәшәй бында. Таланттар ошонда асыла һәм күп осраҡта ситкә китмәй, үҙҙәрендә ҡала.

“Айыҡлыҡ - иманға ҡайтыу”,- ти тамъяндар. Иман йортонан кеше өҙөлмәй, кескәйҙәргә дини тәрбиә орлоғо ошонда һалына. 11 күп балалы ғаилә йәшәй ауылда. Бай тарихына иҫ китмәле ихтирам сағыла ауыл халҡының йәшәйешендә: Динис Бүләков исемендәге бай экспонаттар тупланған музей эшләй. Ауыл мәҙәниәт усағында боронғо ҡул эштәрен тергеҙеү буйынса түңәрәккә йөрөүселәр һаны арта. Урамдар ошонда тыуып- үҫкән бөйөк шәхестәр исемен йөрөтә. Ситтән килгән ҡунаҡтарҙы мотлаҡ ошо ауыл менән таныштырыу хәҙер изге йолаға әүерелгән.Тыуған яҡты өйрәнеү музейы – балаларҙың яратҡан урыны.

Ҡасандыр күмәк хужалыҡ булып эшләгән аграрийҙарҙы сыҙамлыҡҡа һынаны заман, тик был осраҡта ла юғалып ҡалмай, уңыш үҫтереү, ер майҙандарын эшкәртеү, халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә фермер хужалыҡтары ойошторолдо. 

Йәштәр һәм оло быуын араһындағы бәйләнеш, ғаилә ҡиммәттәре менән уртаҡлашыу тураһында әйтмәй мөмкин түгел. Өлкән йәштәгеләр тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашһа, йәш ғаиләләр уны ихласлыҡ менән ҡабул итә. Яңыраҡ Смаҡ ауыл клубында оло йәштәгеләр өсөн ойошторолған Яңы йыл байрамы ошоға дәлил. Ошо уҡ көндө“Айыҡ ауыл”  район этабы конкурсында еңеп, республика кимәленә сыҡҡан Смаҡ ауылы халҡы тағы бер сарала ҡатнашты. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу “Көнгәк” гәзитен алыусы һәм уҡыусыларға байрам уҙғарҙы, йыр-бейеү, шиғырҙар, күңелле конкурстар менән үрелеп барҙы. Әйткәндәй, районда ижад ителгән башҡортса баҫманы алдырыусылар буйынса биләмә халҡы алдынғы урында.

Яҡташтарыбыҙға яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләйбеҙ.

Уларҙан өлгө алайыҡ!
Уларҙан өлгө алайыҡ!
Уларҙан өлгө алайыҡ!
Уларҙан өлгө алайыҡ!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас