Конгэк
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар , 16:39

2023 йылдың 1 сентябренән инвалид баланың ата-әсәһенең береһе, опекуны йәки попечителе йыл дауамында өҫтәмә рәүештә 24 көн ял алырға мөмкин.

 Ошо туралағы законға Президент ҡул ҡуйҙы: vk.cc/cjI1Rd

2023 йылдың 1 сентябренән инвалид баланың ата-әсәһенең береһе, опекуны йәки попечителе йыл дауамында өҫтәмә рәүештә 24 көн ял алырға мөмкин.
2023 йылдың 1 сентябренән инвалид баланың ата-әсәһенең береһе, опекуны йәки попечителе йыл дауамында өҫтәмә рәүештә 24 көн ял алырға мөмкин.


Әле ата-әсәләрҙең береһенә, опекунға йәки попечителгә яҙма ғариза нигеҙендә инвалид бала ҡарау өсөн айына түләүле дүрт көн өҫтәмә ял бирелә. Уны үҙаллы файҙаланырға йәки икенсе законлы вәкил менән (әгәр ул бар икән) бүлешергә мөмкин. Тотонолмай ҡалған көндәрҙе икенсе айға күсерергә йәки йыйырға ярамай. Закон үҙ көсөнә ингәндән һуң бының өсөн мөмкинлек асыла.

Әгәр ата йә әсә, опекун йәки попечитель дүрт көндән ашыу ял алырға теләһә, эш графигын етәкселек менән һөйләшеп килешергә кәрәк.

Һәр ял көнө өсөн ата-әсәнең, опекундың йәки попечителдең уртаса эш хаҡы күләмендә түләнә.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Лена Абдрахманова