-14 °С
Болотло
Унда 15 мартҡа тиклем үткәреләсәк саралар планы, әҙерлек барышы тураһында фекер алыштылар. Төрлө тәҡдимдәр индерелде. Эш планы ҙур, шул уҡ ваҡытта башҡарылғандары ла бик күп. Ауыл халҡын сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү буйынса төбәктә эш киң йәйелдерелгән. Иҫерткес эсемлектәр, наркотик ҡулланыу, тәмәке тартыу кеүек зарарлы ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү буйынса әңгәмәләр алып барыла, рейдтар үткәрелә. Имен булмаған ғаиләләр менән осрашыуҙар ойошторола. Был эштә ҡатнашыуға сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, йәмәғәт фекере лидерҙары, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, врачтар йәлеп ителә. Халыҡты айыҡлыҡҡа ылыҡтырыуға арналған мәҙәни, әҙәби, белем биреү саралары уҙғарыла.