Аҡ халатлы, нурлы йөҙлө шәфҡәт туташын кем генә хәтерләмәй икән Федоровка районы Ҡораласыҡ ауылында. Ул эшләгән медпункт бинаһы ашығыс ярҙам үҙәге генә түгел, ә йән тыныслығы биреүсе, өмөт утын ҡабыҙыусы, йәшәргә көс биреүсе урын булды. Ауылда тыуған һәр бала уның йомшаҡ ҡулынан, наҙлы ҡарашын тойоп үҫте. Терапевт, невролог, педиатр – универсаль медицина хеҙмәткәре яҡташтары сәләмәтлеген һаҡлау өсөн бөтә көсөн һалды.
Таһир Сабир улы күп йылдар”Осҡон” колхозында баш автомеханик булып эшләне. Ул ғүмер миҙгелдәрен бер епкә теҙеп, хис-кисерештәре менән уртаҡлашырға ярата. Уның бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгән. Атаһы тәүгеләрҙән булып фронтҡа китә, әсәһенең йөрәк аҫтында бишенсе балаһы ҡала.Таһир Сабир улының атаһы яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмай. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул әсәһенең уң ҡанатына әйләнә. Ғаиләлә иң өлкәне булмаһа ла, барыһы өсөн дә яуаплылыҡты үҫ өҫтөнә алып, туғандарына белем алырға, аяҡҡа баҫырға ярҙам итә.
Был хаҡта тулыраҡ гәзитебеҙҙең 19 ғинуарҙа сыҡҡан 3-сө һанында уҡырға мөмкин.
Люция ҒҮМӘРОВА-ИШМӨХӘМӘТОВА.