Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Февраля 2023, 16:12

Бөгөн Ринат Ғиниәт улы Латиповҡа 70 йәш тулған булыр ине...

Бәндәләр яҙмышы Күк ҡәләме менән яҙыла, тиҙәр. Ул яҙыуҙа, моғайын, әҙәм балаһы ҡылырға тейешле изге ғәмәлдәр генә теркәләлер. Һәм Ҡөрьәндәге “Сәбәп ит!” тигән аят тап ана шул изге эштәрҙе  атҡарып сығырға саҡырыуҙыр ул…

Йәшәй-йәшәй, тормош тигән оло юлдың башына йышыраҡ әйләнеп ҡарайһың да,  унда япа-яңғыҙ булмауыңа инанаһың. Яҙмышыңа яҙылғандың ысынбарлыҡҡа әйләнеүендә эргәңдәгеләрҙең дә йоғонтоһо булған бит!..   Эйе, булған…

Боһорман һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап, уҡыуҙы артабан дауам итергә Нөгөш ҡасабаһына килгән сағым. Яңы һабаҡташтар уратып алды. Һәргәйҙекеләр байтаҡ, Иштуғандан, Һыртландан бар…  Түбәнге Таштыҡылар күренә. Кемдең кем икәнлеге уҡыуҙа, айырыуса ауылға эшкә йөрөгәндә, хеҙмәт дәрестәрендә нығыраҡ беленде. Бар йәһәттән дә араларында Ринат тигәндәре айырылып тора: эшкә сымыры, уҡыуҙа бигерәк тә математика, физика буйынса алдыра. Өйгә бирелгән күнекмәләргә теш үтмәһә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ғөмүмән, игелекле, ярҙамсыл булыуы йөҙөнә сыҡҡан. (Аҙағыраҡ белдем: мәктәпкә төшөр-төшмәҫтән атайһыҙ ҡалған икән – тимәк, ғаиләлә, туғандары араһында иң өлкәне булараҡ, яуаплылыҡ тигән нәмә иңдәренә иртә ятҡан!) Уҡытыусыбыҙ Әхмәҙулла Нәҙерғолов (Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле режиссер  Азат Нәҙерғоловтың атаһы) ойошторған ҡурай түңәрәгенә йөрөй башлағас, бер-беребеҙгә айырыуса  яҡынайҙыҡ. Дуҫлыҡҡа тәүге аҙымдар яһалды… Тормошҡа, донъяға, кешеләргә ҡараш-мөнәсәбәттәрҙең уртаҡлығы шул осорҙа уҡ һиҙелә ине. Икебеҙ ике төрлө юғары уҡыу йорто һайлаһаҡ та, бәйләнештәр өҙөлмәне. Ә инде мин, аспирантура тамамлап, эш башлағандан һуң тыуған яҡтарға йышыраҡ ҡайта башлағас, дуҫлыҡты яңырттыҡ.  Икебеҙҙе лә    иң ныҡ ҡыуандырғаны – кәләштәрҙең  уртаҡ тел таба алыуы булғандыр. Ни генә тимә, ғаиләләр менән дуҫлашыуға етәме һуң?!.

Дуҫ тураһында күберәк белгән һайын уның барыһынан да бигерәк Кешелекле булыу һыҙаттарын өҫтөн ҡуйыуын, намыҫлы йәшәүен, етәкселек эшендә мул тәжрибә туплауын аса барҙым. Уның хаҡында очерк яҙыу теләге уянды. Хатта бит тау тиклем тауға ла, эргәһендә генә йөрөгәс, күнегеп китәһең, уның мөһабәтлеге хаҡындағы уй башыңа ла инеп сыҡмауы бар. Аҡыл эйәләре әйткән бит: ҙур нәмә алыҫтан һәйбәтерәк күренә… Шуға уның хаҡында башҡаларға ла еткерәһем килде. Артабан был яҙмаларҙы шул очерктан (ул минең публицистик, әҙәби тәнҡит мәҡәләләренән торған йыйынтыҡта баҫылып сыҡты) өҙөктәр менән дауам итәйек.

Яҙмыш тигәнең Ринат Ғиниәт улы Латиповты бәләкәйҙән үк иркәләмәне, оло һынауҙар алдына ҡуйҙы. Уҡырға төшкән йыл атаһын юғалтты. Әсәй яңғыҙ. Дүрт бала. Ҡарап торғандары бер һыйыр. Ҡышын быҙаулап ебәрһә, иң оло байрам да бит. Йәйен бесән эшләүҙәре сей елкәгә тейә. Һигеҙ йәшенән салғыға тотондо малай. Ямғырға тейҙермәҫ өсөн сапҡан тиклемен кибер-кипмәҫтән ике тәгәрмәсле еңел арбала йорт алдына ташый һалалар. Әсәһе төпкә егелеп ала. Елкәһендә иңбашы аша һалынған ҡайыш «арҡалыҡ». Йөктө ике яҡлап, һәнәктәре менән этешеп, ҡустыһы Салауат менән Ринат атлай. Рәсемгә һәләте бар ине. Ошо рәүешле бесән ташыуҙы ҡағыҙға күсерҙе. Үҙе тыныс ҡарай алмай торғайны был һүрәткә.

…Һа-а-ай, йәтимлек! Аҙ эсермәне әсе һурпаһын. Әммә ирһеҙ донъя көтөүҙәрҙең ни икәнен балалы әсә үҙе генә белһә-беләлер! Балаларын кәм-хур итмәҫ өсөн барыһын да эшләне әcәһе, тейешле тәрбиәһен дә бирергә ынтылды: бирешмә, эстәреңдә ут ҡайнаһа ла, тыштан беленмәһен! Ә иң-иңе – белемле итәһе ине балаҡайҙарҙы, уҡытаһы ине. Бигерәк тә Ринатына китап ене ҡағылғанға оҡшай. Биш йәшенән уҡып алды ла китте бит. Берәү ҙә өйрәтеп ултырманы шикелле. Беренсегә төшкәс, уҡытыусылары ҡыҙыҡ өсөн (ә, бәлки, һәлкәүерәктәрҙе сәмләндерәйем дә тигәндер) дүртенсе кластағы бала ыңғыр-шыңғыр уҡып торғанға, китабын алып, Ринатҡа тотторған. Тегеһе кәрәкле өҙөктө шатырлатып уҡып сығыуы ғына етмәгән, тотош бүлектә ни тураһында һүҙ барыуын һөйләп тә биргән.

         - Һин быныһын ҡайҙан беләһең? — ти икән уҡытыусыһы.

         - Ә мин был китапты (тарих буйынса дәреслек) тотошлай уҡып сыҡтым...

Тик шуныһы бәлә: уҡырлыҡ китаптар күп түгел. Башланңыс кластарҙы тыуған ауылында тамамлап, Иштуған һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә йөрөй башлағайны. Иғтибар итә ҡуйҙы бер мәл: мәктәптең бер бүлмәһенән йыш ҡына китап тотоп сығалар. Ҡыҙыҡһынып барып инде. Инде лә, асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, китаптар тулы кәштәләргә текләне – бына ҡайҙа икән ул байлыҡ! Етмәһә, теләгән бер китабыңды алып уҡырға мөмкин, тиҙәр. Уҡып сығаһың да, уныһын тапшырғас, икенсеһенә алыштырып алаһың, тағы алаһың... Уйлап та тапҡандар бит, әй, кәрәкле урынды!

Иштуғандыҡын да, тау ашаһындағы Нөгөш ҡасабаһы урта мәктәбен дә "бишле" билдәләренә генә тамамланы ул. Стәрлетамаҡ институтына юлланды. Физика-математика факультетына. Ҡабул итеү имтиханы ныҡ хәтерҙә ҡалған. Физиканан ине. Ҡаршыһында урыҫ уҡытыусыһы. Һорауҙы яҡшы белә лә бит, урыҫса аныҡ ҡына итеп аңлатыуы ҡыйын. Теге "өслө" ҡуйырға яҫҡына башланы. Бәхете бар икән: башҡорт уҡытыусыһы килеп инде (уның Мырҙағолов булыуын ул аҙаҡ белер). Билетҡа күҙ һалды, һөйләргә ҡушты. Һа-ай, бындай саҡта үҙ милләтең яҡын туғаныңа әйләнә икән ул! Яуаптан ҡәнәғәт икәне күренеп тора ағайҙың. Әммә урыҫты юғары билдә ҡуйырға саҡ күндерә алды.

 Аҡланы ул Мырҙағоловтың ышанысын — "дүрт"һеҙ уҡыны. Яуаплылыҡ та ҙур ине шул — Һыртландан юғары уҡыу йортона ингән тәүге кеше. Әсәй ҙә ауыҙынан өҙөп ярҙам итә. Нисек тырышмайһың?! Булһа — булды, булмаһа – юҡ, тиергә һис кенә лә ярамай. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Ҡурай түңәрәге асып ебәрҙе. Иң күңелле йылдар... Тауҙар аҡтарырлыҡ көс бар, дәрт ташып тора. Хәҙер килеп уйлаһаң, керпек ҡаҡҡан бер мәл генә кеүек. Каникулдарҙа ауылға ҡайта-китә йөрөп, биш йыл биш көндәй үткән дә киткән. Дипломын түш кеҫәһенә һалып, Асия исемле һылыуҡайҙы етәкләп, тыуған ауылына ҡайтып та төштө егетең, ең һыҙғанып Иштуған мәктәбендә эшен дә башлап ебәрҙе. Ундағы ете йылы иһә ете айҙай хәтерендә ҡалған. Ауыл Советы рәйесе итеп тәҡдим иттеләр. Баш тартырлыҡ түгел ине. Күҙгә күренмәгән ыбыр-сыбыр мәшәҡәттәр башланды: иҫерек иренең уҫлаптай йоҙроғонан ҡото алынңан бисә-сәсә төн уртаһы тимәй, ишегеңде емертеп алып бара, өй ҡыйығынан ямғыр тамсылаған әбей-һәбей әйләнгән һайын килеп илаулай, юғарынан килгән күрһәтмәләрҙән өҫтәл өҫтө, тәҙрә тупһалары тулып китә, иҙәнгә ҡойола башлай… Ҡағыҙ менән эш ҡыйратып булһа икән дә!

Ауылға ҡулынан килгән тиклем ярҙам итергә ынтылды. Тәртип булдырырға тырышты. Ике йыл эсендә әллә нимәгә лә өлгөрә алмағандыр, әммә 1 Май мәктәбенә директор итеп күсерергә булғас, халыҡтың ебәргеһе килмәүен күреп, ихлас аптыраны. Ҙур ғына һабаҡ та ине был: эш тип йөрөһәң, барыбер ҙә күрәләр, баһалайҙар икән ул. Теге ағайҙы нисәмә тапҡыр әрләгәйне. Хатта ниндәйҙер ҡатыраҡ яза ла бирҙе булһа кәрәк. Аптырамаҫлыҡмы ни?! Шул килгән.

         - Ә һин нимә тип килдең? Минән яҡшылыҡ күрмәнең дәбаһа!

         - Һин, ҡустым, улай тимәле. Эш миндәме ни?! Тәртип була башлағайны бит ауылда. Уйла әле. Бәлки, ҡалырһың?

Ҡалдырманылар. Яҙмышы хәл ителгәйне. Директор булып эшләгән алты йыл ярты йылдай булғандыр, күп тигәндә. Байтаҡ тәжрибә тупланы. Быныһы район мәңариф идаралығына мөдир итеп күсерелгәс, ныҡ кәрәкте. Һәләтле балалар менән айырым эшләү талабын ҡуйҙы ул мәктәп етәкселәренә. Балалар бит бер тигеҙ түгел: кемдер телгә бөткән, кемдеңдер ҡулы алтын. Быныһы теүәл фәндәргә булдырыр һымаҡ, ә тегенеһенә йыр-бейеү генә булһын. Ни эшләп шуларҙы иҫәпкә алмаҫҡа?!

- Ә һеҙ беҙҙән өлгәш талап итәсәкһегеҙ, – тиер булды күп уҡытыусылар.

- Бындай системаны емерә­сәкбеҙ, — район мәғарифы идара­лығы мөдиренең тауышы ҡәтғи ине. Артҡа сигенергә, сығынсыларға, уңға-һулға ялтанырға урын ҡалдыр­маны. Талапты ҡаты ҡуйҙы, конт­ролдә тотто, һөҙөмтәләрҙе һәр йыйылышта уҡытыусыларҙың үҙҙәренә еткерә барҙы. Ә һөҙөмтәләр насар түгел ине. Мәләүездекеләй уҡытыусылар тәжрибәһенә таянып, дүрт-биш йылдан тотош ил буйынса инновацион мәктәптәр, профилле кла­стар асыла башланы.

Компьютер индерергә лә тәүгеләрҙән булып тәүәккәлләне Ринат. Артыҡ мәшәҡәт итеп ҡараны күптәр. Хатта район хужаларына ҡат-ҡат инергә, иртәгәһе көн техникаһы булыуына ышандырып йөрөргә тура килде. "Ярар, ал әйҙә, һинән ҡотолоп булмаҫ", — тинеләр. Үҙе юлланы, үҙе алып ҡайтты.

Перспективаны тойоу һәләте 42-се лицейҙа директор булып эшләй башлағас айырата ныҡ кәрәкте. Лицейҙың төп тәғәйенләнеше — химкомбинат өсөн аппаратсылар әҙерләү. Завод иһә эшләмәй тиерлек. Ә эшләмәгән ойошмаға кадрҙар ни бысағыма?! Бухгалтерҙар ҙа быуа быуырлыҡ. Шуға ла Ринат Ғиниәт улы мөмкинлектәрҙе киңәйтергә тырышты, төрлө профилдәге хеҙмәткәрҙәр әҙерләү юлдарын эҙләне. Кадеттар корпусы — лицейҙың айырым ғорурлығына әйләнде...

Буш мәле булдымы, ҡурайына тотоноу ғәҙәтен ташламаны. Шулай ҙа мәшәҡәттәре тынғылыҡ бирмәй. Бер килке уйнай бирә лә уйҙары менән уртаҡлаша:

        - Йәштәребеҙҙе нисек тә уҡытырға кәрәк. Белемһеҙ икәнһең, булған һәләтеңде лә аса алмайһың. Бына мин әсәйемә оло рәхмәтлемен: өҙҙө, ялғаны, әммә мине кеше итте... Яҙмыштан ҡәнәғәтһеңме, тиһең... Әсәй беҙҙе булғанына шөкөр итергә өйрәтте. Кемгәлер был сәйерерәк күренеүе бар, үҙеңде сикләү итеп ҡараусылар ҙа табылыуы ихтимал. Әммә был минең ҡанға һеңгән. Нәфсене шашындырырға ярамай. Шундай фекер бар: кешегә бөтә теләгәнен килтереп тоттор — ул шул мәлдә үк бының менән генә хушһына алмаясағын белдерәсәк… Тәбиғәт биргән һәләтте лә йөҙ про­центында файҙаланып бөтөүе ҡыйындыр... Етәксе икәнһең, хужа булыуыңа баҫым яһама. Ҡул аҫтындағыларға тейешенсә эшләрлек шарттар тыуҙыр - үәт булырһың етәксе! Уйлаһаң, кешегә бик күп тә кәрәкмәй бит ул: бер йылы һүҙ етә, тиме әле шағир? Ана шул йылы һүҙҙе йәлләмәҫ кәрәк. Бәлки, кеше һинән әллә ниндәй ҙур ярҙам да өмөт итмәйҙер. Бәлки, уға эсендә булғанын, тынғылыҡ бирмәгәнен бу­шатырға ғына кәрәктер. Иғтибарлап тыңла, хәленә ин. Кешенең күңелен үҫтереп сығарһаң, үҙең дә кинәнеп йөрөйһөң бит ул. Мәғариф бүле­гендә эшләгән саҡта йәш бер уҡытыусыны, әллә нисәмә тапҡыр өгөтләп, Нордовка мәктәбенә ебәр­гәйнем. Барғыһы килмәй ҙә ҡуя. Ҡалала ҡалам, ти. Уҡытып ҡара, мин әйтәм, бәлки, һинең яҙмышың  шундалыр... Онотоп бөткәйнем. Әллә нисәмә йыл үтеп киткән. Яңыраҡ инеп хәтергә төшөрҙө. Рәхмәттәр әйтеп бөтә алмай. Кешене бәхетле итешкәнһең икән - үҙең дә бәхетле, тимәк... Халыҡты үрҙәгеләргә ярау өсөн генә эшләгән етәкселәр миктәтә...

        Кеше өс позиция буйынса асыҡлана: ата-әсәһенә мөнәсәбәте нисек, балаларына һәм яҡындарына (коллегаларына, туғандарына, дуҫтарына). Шунда беленә кемдең кемлеге.

Эй-йе, еңелдән булманы миңә, әммә яҙмыштан зарланмайым. Нимәнелер үҙгәртә алаһың, тиһәләр ҙә, ризалашмаҫ инем. Барыһы ла үҙемдеке, үҙемә яҙғаны, һәм барыһы ла берҙәй ҡәҙерле! Яратып өйләндем. Ҡыҙым бар. Ейәнсәрем йүгереп йөрөй...

Тормош йөгөнән баҫыла биргән иңдәрен яҙа төшөп, Ринат Ғиниәт улы күкрәгенә тулышҡан һағышын ҡурайына тапшыра. Сихри мөғжизәгә эйә ҡыу үлән, был һағышты моңға әйләндереп, бар тирә-йүнде шул моң тулҡындарында бәүелтә һымаҡ. Ҡалғып ултырған килеш, ҡурайынан айырылып, йырлап ебә­рә:

... Йәштән етем ҡалған ир балалар

Күкрәк көсө менән мал таба...

 

Ирекһеҙҙән йәшләнгән күҙҙәремде күрһәтмәҫ өсөн дөрләп янған усаҡҡа төбәләм. Ирмен тигән ир-егеттәр бер-береһенең күҙ йәшен күрергә тейеш түгел. Ринат ҡайтанан ҡурайын тештәренә терәй. Шул уҡ көй һуҙыла. Мин эстән генә көйгә ҡушылам:

Ирмен тигән генә ир-егеттәр

Намыҫлы эш менән дан таба...

 Дуҫтың мәңгелек йортона күсенеүенә лә бер мөсәл ғүмер үткән. Уйланһаң, уйылырлыҡ бит!.. Әммә мин уның иңдәрен иңемдә тоям. Минең өсөн ул – бар: берсә ҡурайын моңландыра, берсә һағышлы йырын һуҙа, берсә, шаян һирпелеп, бөтмәҫ көләмәстәрен һөйләй…

Йөрәккә яҙылған хәтирәләр йәшәтә дуҫымдың яҡты образын!

 

Фәнил КҮЗБӘКОВ,

профессор

 

 

 

Бөгөн Ринат Ғиниәт улы Латиповҡа 70 йәш тулған булыр ине...
Бөгөн Ринат Ғиниәт улы Латиповҡа 70 йәш тулған булыр ине...
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас