"Ғүмер үтә" - тиҙәр ...
Ғүмер буйы
Аңламайса шуны көн итәм:
Әллә ғүмер минең аша үтә,
Ғүмер аша ... әллә мин үтәм!
------
Ғүмер юлын ахырына ҡәҙәр
Аяҡтарым атлап уҙасаҡ.
.... Ғүмер - юлда аяҡтарым түгел,
Йөрәгем һәм башым туҙасаҡ...