Яңылыҡтар
7 Февраля 2023, 09:37

Өфөнән Минскиға - тура авиарейс

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә шулай тип яҙған:"Башҡортостан һәм Беларусь араһында партнерҙарҙа тығыҙ бәйләнеш барлыҡҡа килде. Беҙ сауҙа, сәнәғәт, мәҙәниәт һәм туризм өлкәһендә ныҡлы бәйләнеш булдырҙыҡ. Уларҙы артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Июндә Өфөлә уҙасаҡ ике ил төбәге форумы ла быға етди булышлыҡ итәсәк. Бер айҙан, 6 мартта, Өфө аэропортынан Беларустың баш ҡалаһына тәүге самолет осасаҡ".

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөнән Минскиға - тура авиарейсӨфөнән Минскиға - тура авиарейс
Өфөнән Минскиға - тура авиарейс

Рейстар аҙнаһына берҙе, дүшәмбе көндө башҡарыласаҡ. Юлға өс сәғәт ваҡыт китәсәк. Билеттар һатыуҙа бар.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас