Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2023, 14:01

ТӘҮГЕ УЛТЫРЫШ ҮТТЕ

7 февралдә Өфөлә Тамъян ырыуы ҡороның тәүге ултырышы үтте. Унда Советтың 2023 йылға эш планы ҡаралды.

ТӘҮГЕ УЛТЫРЫШ ҮТТЕ
ТӘҮГЕ УЛТЫРЫШ ҮТТЕ

 Ҡор башының урынбаҫарҙары һайланды һәм киләсәккә, ырыуҙың эшен йәнләндереү буйынса: Тамъян ырыуының шәжәрәһен төҙөү, интернет селтәрендә, Википедияла ырыуҙың шәхестәрен мәңгеләштереү, төрлө спорт-мәҙәни саралар үткәреү һәм йәй көнө Әбйәлил районында үтәсәк ҙур йыйынға әҙерлек һәм башҡа мәсьәләләр, тәҡдимдәр керетелде.
Ырыу ҡор башы урынбаҫарҙары итеп билдәле йәмәғәт эшмәкәре, йырсы Альберт Исмаил (Туймазы районы), билдәле журналист Рәмилә Мусина (Өфө ҡалаһы) һәм билдәле эшҡыуар, Әбйәлил районы Советы рәйесе һәм Әбйәлил районы Тамъян ырыуы Ҡор башы Ишморат Әминев һайланды.
Ҡор ултырышында Мәләүез тамъяндары исеменән ҡор ағзалары: Мәләүез район Советы рәйесе Кәрим Сәғитов һәм билдәле журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе Тәлғәт Шаһманов ҡатнашты.
Рөстәм ИСХАҠОВ,
Тамъян ырыуы Ҡоро башлығы.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: