+4 °С
Болотло
Бер ҡасан да кешенең тормошона ҡыҫылма, ҡыланыштарын тикшермә. Һин бит уның хәл-торошон, нимә уйлағанын, күңелендә ниҙәр кисергәнен белмәйһең.
Ғәйбәт йөрөтмә, ғәйбәттең аяғы ҡыҫҡа.
Кеше хәленән көлмә, көлә килә һөйрәй килә.
Күңел ҡыйырҙай һүҙ һөйләмә, рәнйеш төшөүҙән ҡурҡ. Әйткән һүҙҙәрең үҙеңә икеләтә артып ҡайтыуы бар.
Кеше тормошо менән йәшәгәнсе, үҙеңдекен ипкә һал.