+4 °С
Болотло
Ҡалаһының 50-се янғын һүндереү часының техник базаһы тағы бер янғын һүндереү машинаһы менән тулыланды. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов килде. 6 тонна һыу һыйҙырышлы ҡеүәтле “КамАЗ” машинаһы бар яҡтан уңайлы, тиҙ, сифатлы итеп янғын һүндереү өсөн яраҡлаштырылған, юл-транспорт ваҡиғаларында ярҙам өсөн махсус ҡорамал менән тәьмин ителгән. Янғын һүндереүселәрҙең шатлығын аңларға була (2014 йылдан яңы техника ҡайтарылмаған булған).Тик ул ярҙамға мохтаж булырға насип булмаһын.