

Беренсенән, оҙайлы каникулдарҙан һуң яңы уҡыу йылы башланды, икенсенән, «Үҫеш нөктәһе» асылды. Шулай итеп, был мәктәптә хәҙер юғары технологиялы физика, биология, химия кабинеттары һәм лабораториялары бар. Балалар заманса ҡорамалдар ярҙамында робототехника менән шөғөлләнә ала.
Белем биреү үҙәген асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыков ҡатнашты. Уҡыусылар ҡунаҡтарҙы күңелле йырҙар һәм бейеүҙәр менән ҡаршы алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: «Үҫеш нөктәһе» - «Заманса мәктәп» проекты сиктәрендә ойошторолған һанлы, тәбиғи фәндәр, техник һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәренең федераль селтәре. Ауыл мәктәптәрендә һәм 60 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаларҙың дөйөм белем биреү учреждениелары базаһында ойошторола.
"Үҫеш нөктәһе" балаларға айырым предметтарҙы тағы ла тәрәнерәк өйрәнергә мөмкинлек бирә - махсус ҡорамалдар лаборатор һәм практик эштәрҙе сифатлыраҡ башҡарыу өсөн булышлыҡ итә. Хәҙер Сәйет мәктәбе уҡыусыларының белем алыу процесы ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғысыраҡ булыр, тип ышанабыҙ.