ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2023, 15:13

Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит

   

Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит

Мине сепарат тартырға уятыуҙан башланғандыр инде эше әсәйемдең. Ҡайҙа ул. Сепаратты тартыр өсөн һыйырҙы һауырға, көтөүгә ҡыуырға, сепаратты йыйырға кәрәк: элекке сепарат ул ысын мәғәнәһендә ауыр ғына аппарат ине бит ул. Ҡаймаҡ ашағың килһә дөрөҫ йыйырға кәрәк.
Минең үҙемдең сеүәтәм була торғайны,ҡаймаҡ туранан-тура шунда ағыҙыла. Икмәк телеп бирелә. Тумалаҡ ҡына инем мин. Хәҙер ҙә бирешмәйем.
Әсәйемдең йәш кенә ваҡытынан ҡулы һыҙлай торғайны. Йылан дарыуы тигән мазь ыуып ултырғаны ныҡ хәтерҙә ҡалған.
Анау тиклем ферма стенаһын һылап аҡлап сыҡ әле. Йөҙәр метрлы әллә нисә һарай. Йыл һайын. Эй шундағы әсәйем менән эшләгән урыҫ, сыуаш апайҙары мине ярата торғайны. Исемләп хәтеремдә. Ат менеп балсыҡ баҫа торғайным эргәләрендә. Ул ваҡытта ни миңә биш алты йәш. Нишләп миңә трудовой асмағандарҙыр. Гимнастарға, акробаттарға, бейеүселәргә асалар бит.
Әсәйемдең кис миңә уҡыған китаптары күп булды. Ғәләмәт ныҡымыш булғанмын инде. Әсәйемдә китап ҡайғыһы булғанмы ни. Йоҡлап үлеп барғандыр инде ул. Мин уҡымайым. Рәүеф абзыйым, Зөлфиә, Сәриә апайымдар бит уҡып йөрөй. Беҙзең урам тураһында яҙғаным бар инде. Дүрт кенә өй. Ә балалар хәҙерге йөҙ өйлө ауыл балалары хәтлем.
Эй күңелле дуҫ йәшәнек. Шул дүрт өйҙән сыҡҡандарҙы бергә йыйһаң балалары менән ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре менән меңдән арталыр ул.
Әсәйем бик аҡыллы, тыныс булды, аш-һыуға оҫта булды. Сәк-сәк бауырһаҡ бешертә торғайнылар ауылдаштарым. Ә икмәген - чокыр пархале тип килеп инә торғайнылар сыуаш апайҙары балалары менән. Ә уның ҡатламаһының формалыһын күрһәм һәр ваҡыт шул ауылдағы баласаҡ иҫкә төшә.
Әсәйемдең бәйләгән шәлдәрен бөтә Ырымбур түтәйҙәре ҡулынан тартып ала торғайны. Шул тиклем күҙ нурын һалып бәйләнгән шәлдәр ине бит ул.
Апайымдар ситен дә уртаһын да бәйләне. Ә мин ҙурая килә дебет менән ҡатлыҡты сирата торғайным.
Ул инде ая менән шапылдаҡ иң ҡәҙерле инструмент. Ә күпме кәзә аҫралған бит әй. Атайым маладис малға һарайҙы йәлләмәне. Иң ҙур һарай ауылда беҙзеке ине. Бесән, утын, һалам тип ҡайғырманыҡ. Атайым менән әсәйем ныҡ егелеп донъя көттөләр. Авзыйыма күберәк әләккәндер эш. Апайымдар шулай ти.
Ә минең заманға эш һаман еңеләйҙе бит ул.
Утын ярыу менән көтөү көтөүҙе, мал ҡарауҙы, баҡса үҫтереүҙе, картуф утауҙы беҙ бит эшкә һанаманыҡ. Шулай кәрәк тип үҫтек.
Ә хәҙер бына шул әсәйемә кәрәгенсә ҡәҙер күрһәтке килә.
Уға хәҙер әллә ни кәрәкмәй шул.
Ейәндәре, ейәнсәрҙәре бер йылмайһа, - ҡәрсәй, өләсәй тип өндәшһә шул да етә.
Ул бит беҙҙән бүләк көтөп ултырмай.
Ә ишшеү ул бит ҡатмарлы күлмәктәр текте. Миңә ыштан тегеп бирә торғайны ялтрап торған ҡара сатиндан. Хәҙер булһа кейер инем әле.
Бәйләнгән йөн ойоҡто тишелмәҫ борон уҡ ямап бирә торғайны. Ниндәй материал булғандыр шыуырға шәп ине иҙәндә.

Бар әсәйҙәрҙе лә Әсәйҙәр көнө менән ҡотлайым.
Ныҡлы һаулыҡ бәхет теләйем.❤


* * *

Аҙаҡҡы йәкшәмбе әсәйҙәр көнө.
Аллаһыма шөкөр әсәйемде ҡотлай алғанға ҡыуанам. Һаулығын ғына бирһен инде. Башҡа уға ни кәрәк. Өйө йылы, һыуы, газы, уты бар. Әйҙә ултыр уҡынып, беҙгә һаулыҡ, бәхет теләп. Үҙе әйтмешләй, ашарына үҙе бешереп ашап, сәй ҡайнатып эсә алһа ҡыуаныс инде. Апаруҡ булып китте инде йәше. Шулай ҙа бирешерлек түгел. Беҙгә аш әҙерләп, ит һалып көтөп тора әле ул.
Беҙгә ни шул еткән. Теләктәрен теләп ултыра, китабын яҙа. Телевизорҙан хоккей ҡарай.
Әле шылтыратҡанда ла хоккей ҡарап ултыра ине. Салауат Юлаев менән Нефтехимик уйнай тип. Һин ҡарай алаһыңмы һуң тип мине ҡайғырта.

Әсәйҙәр көнө ҙур байрам инде ул.

Бар әсәйҙәргә лә ныҡлы һаулыҡ бирһен инде.
Барығыҙҙы ла ысын күңелдән ҡотлайым, дуҫтарым.

 

Инсаф Сәлихов

Автор:
Читайте нас: