ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2023, 12:20

Мәликә

    

Мәликә
Мәликә

  Эштән арманһыҙ булып ҡайтҡан Мәликә ишекте шым ғына асып инде лә, ҡәйнәһенең күҙенә салынмаҫҡа тырышып, алғы яҡтың бер мөйөшөн биләп торған шаршау артына сумды. Эше бигерәк ауыр шул, үтәнән-үтә ел өргән ҡурала һыуыҡтан ҡалтырашып торған ун бишләгән һыйырҙың еленен тартҡылағансы бармаҡтары, әйтерһең дә, боҙға әйләнә. Тәүге әтәстәр менән торғас, йоҡоһо ла туймай...

 Бәхеткә күрә, төпкө яҡта өс-дүрт әбей менән сәй эскән ҡәйнәһендә лә килен ҡайғыһы юҡ ине, ахрыһы. Уның ҡайтҡанын әллә абайламаны, әллә абайлаһа ла, ишетмәмеш-күрмәмешкә һалышты. Түҙмәне, Мәликә, аҙ ғына йылынып алғандан һуң, аяҡ остарына ғына баҫып сығып, һыйырын һауып инде. Шулай ҙа әбейҙәр янына сәй эсергә инергә ҡыйманы, ҡабат шаршау артына инде.

- Аһ-аһ, нишләп сәйгә ҡоҙағыйыңа ла әйтмәнең? Киленең дә күренмәй, һаман фермаһынан ҡайтып етмәнеме әллә? – урамдың арғы осонда үҙ көнөн үҙе күреп, яңғыҙ ғына йәшәп ятҡан Әминә әбейҙең тыныс ҡына әйткән һүҙҙәре ҡолағына салыныр-салынмаҫ ҡына ишетелһә лә, ҡәйнәһенең әйткәндәре Мәликәнең ҡолағын ғына түгел, йөрәген дә ярып үтте:

 - Йөрөйҙөр шунда һәлберәп, эшен эшләй алмай! Килен кеше – кәм кеше, алабайға тиң кеше! Аралашып йәшәрлек ата-әсәһе булһа ни арыу, ҡоҙағый тигән булып, йыйын хәйерсене түремә ултыртып, кеше көлдөрөп ултыраһым юҡ!

 Мәликәнең битенә бер биҙрә йыуынты һыу һиптеләрме ни?! Быға тиклем ҡәйнәһенең үҙен һанламауы, әленән-әле кәмһетеүҙәре үҙәгенә үтһә лә, кеше алдында ул тиклем дә түбәнһеткәне юҡ ине әле.

 Уның ата-әсәһе – хәйерсе?! Күҙ йәштәренә күмелгән ҡатын ирекһеҙҙән ҡәрсәһе менән әсәһен, мәрхүм атаһын күҙ алдына килтерҙе. Һуң, сағыштырып ҡарағанда, әсәһе менән ҡәрсәһенең тормошо күпкә артығыраҡ та баһа. Кулак тигән булып, ҡартаһын Себер ебәреп, өйҙәрен тартып алып кәнсәләр итһәләр ҙә, атаһы юғалып ҡалмаған, малай ғына көйө ниндәй донъя бөтәйткән. Һуғыштан яраланып ҡайтып вафат булмаһа, тағын әллә ниҙәр ҡыйратыр ине лә бит... Бер-береһенә терәк булып йәшәгән ҡәрсәһе менән әсәһе лә бик бөтмөр, кеше бер биҙрә бәрәңге ултыртһа, улар икәүҙе ултырта, бүтәндәр биш тауыҡ аҫраһа, улар унау итә, ҡәйнәһе “минең һәүкәшем” тип һөйләргә яратҡан берҙән-бер һыйырҙы ла бит ҡәрсәһе уға инселәп, килен булып төшкәндә артынан эйәртеп ебәрҙе. Быға тиклем кәзәнән башҡа мал аҫрамаған ҡәйнәһе буралай һыйырҙы яратһа ла, киленен баштан уҡ үҙ итмәне, яйы сыҡҡан һайын уның “кулак тоҡомонан” булыуын иҫенә төшөрөп, семетеп тора. Иң үҙәккә үткәне - уның тамаҡ айырыуы: Мәликә иртәнге һауындан ҡайтыуға самауырҙағы һыуҙы түгеп, көлөн ҡағып , түңкәреп ҡуя ҡәйнә... Май, шәкәр кеүек ризыҡтар һандыҡта бикле, кеше барҙа ла килен ашъяулыҡҡа ҡуйылған ризыҡтарға бик үрелеп бармай – сөнки ҡәйнәһенең ауыр ҡарашы аҫтында йотолған һәр ҡабым ашҡаҙанына ризыҡ булып түгел, ауыр таш булып төшкәндәй тойола.

 - Кәләш, мине райкомға саҡырталар, дәресемде лә уҡытып бөтмәнем. Шунда киткәнемде әйтер өсөн генә индем, - мәктәптән ашығып ҡайтып ингән иренең тауышына тертләп башын күтәрҙе күп илауҙан шешенгән ҡатын.

 - Туҡта, миңә лә фермаға бара һалырға кәрәк, - тип, үҙен тотоп алып ҡалып ҡуйырҙар тигәндәй, өтәләнә-ҡарһалана башына шәлен урай һалып, Мәликә лә Әнүәре артынан сыҡты.

 ... Бына шул сығып китеүҙән был тупһаны ҡабат аша атлап уҙманы йәш кәләш. Ирен ҡарашы менән генә оҙатып ҡалғас, тура әсәһенә йүгерҙе. Башта ҡыҙыулыҡ менән дөңкөлдәтә баҫып килеп инһә лә, төп-төҙ арҡаһын йылы мейескә һөйәп, урындыҡта быйма ямап ултырған ҡәрсәһен күргәс, йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды. Эх, заманында көтөү- көтөү йылҡы аҫраған, бер түгел өс өйө булған, хатта кулак тиеп ауылдан ситкә һөрөлөп, Себер киткәндә лә бер кемгә баш эймәгән Сөләймән хажи һөйөклө әбейенең тишек быймаға көнө ҡалыуын,  ейәнсәренең “хәйерсе балаһы” тип кәмһетелеүен күрһә, нимә эшләр ине икән?! Түҙмәне, сеңләп йәнә илап ебәрҙе Мәликә, әсәһе менән өләсәһенә хәлдең айышын бер аҙ тынысланғас, саҡ аңлатып бирә алды.

 - Кеше улай ғына һүҙ ишетә инде ул, кейәү бына тигән, ҡәйнәңә сәсең менән иҙән һепереп булһа ла ярарһың әле, - тип әсәһе күпме генә өгөтләһә лә, Мәликә килен булып төшкәне бирле үҙен төрлөсә кәмһеткән ҡәйнәһенең йөҙөнә лә ҡарағыһы килмәне, үҙен яҡлашып бер ауыҙ һүҙ әйтә алмаған Әнүәренә лә күңеле иремәне, уның менән осрашып аңлашырға теләмәне.

 Уҡытыусы булып эшләгән, бар ваҡытын мәктәптә, унан ҡалһа йәмәғәт эшендә уҙғарған Әнүәр өйгә йоҡларға ғына ҡайтҡанлыҡтан, ысынлап та, өйҙәге көсөргәнештең ни тиклем көслө икәнлеген белмәй ине шул. Йәндәй күреп, өҙөлөп һөйгән кәләшен алып ҡайтыу өсөн ҡабат-ҡабат килде ир, эштән ҡайтҡан сағын һағаланы, әммә күңеле таштай ҡатҡан йәш кәләш уға күҙ һирпеп тә ҡараманы, әйткән һүҙҙәренә яуап бирмәне.

- Ҡуй, килен, ныҡышма. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай, беҙҙең Мәликә үҙемә оҡшап үтә ғәрсел, ғорур бит ул. – Бығаса бер нәмә өндәшмәгән ҡәрсәһенең әсәһенә әйткән һүҙҙәре асылда ейәнсәренә лә төбәлгәйне, буғай. – Шуларҙың нәҫеленә баштан уҡ күңелем төшмәгәйне. Кейәү балаҡай Мәликә өсөн йән атып торғанға ғына өндәшмәнем.

 Кулак тип донъябыҙҙы таларға килгән йыйын бәлшәүиктәр араһында ҡоҙағыйҙың әсәһе – сәсен малайҙар һымаҡ алдырып, башына ҡыҙыл косынка ябынған камсамул Зәкиә лә бар ине. Бына шул мөртәт ҡурҡышынан дер ҡалтырап урындыҡта ултырған баламдың аҫтындағы мамыҡ шәлде тартып алып, муйынына урап сығып китте. Әсәйемдең миңә тип, күлдәй итеп күпертеп бәйләгән шәлен ҡайҙа йәшерергә белмәй, бала аҫтына тыҡҡайным... Шул шәлемде күргән һайын йөрәгем һыҡтаны.

 Әнүәр кейәү үҙе асыҡ күңелле булһа ла, әсәһе яҡлап нәҫеле элек-электән үк ҡулдарынан бер эш килмәһә лә, борсаҡты эре ярырға шәп булды. Самауырҙарын күргәнегеҙ булдымы? Атайымдың хаждан алып ҡайтҡан ҡомартҡы самауыры ине бит ул...  Йүнһеҙҙәр, беҙҙе зар илатып, шуны ла алып киттеләр. Ҡайның мәрхүмде Себер ебәреп, башын ашанылар!

 Ҡәрсәһе әйткәндәр Мәликәнең никахына һуңғы нөктә ҡуйҙы. Нисек кенә йәлләһә лә, яратһа ла, йәш ҡатын ирен тормошонан мәңгегә һыҙып ташланы. Инәлеп йөрөй торғас, Әнүәр ҙә төңөлдөмө, әллә әсәһенең кәләше менән ҡоҙағыйҙарын әрләп-ҡарғап, көнө-төнө туҡыуы үҙенекен иттеме – ике-өс йылдан һуң тамам өмөтөн өҙөп, күрше ауылдан ултырған бер ҡыҙҙы алып ҡайтты.

***

 Әсәһе, ҡәрсәһе менән тыныс ҡына донъя көтөп алып китте Мәликә. Башта Әнүәрен юҡһынып, һарыларға һабышыр сиккә етһә лә ғорурлығын еңә алманы. Тора-бара күңеле тынысланды, уның хаҡында уйламаҫҡа тырышты. Әммә йөрәк әрнеүе баҫылманы, дөйөм өмәләргә сыҡҡанда үҙе лә һиҙмәҫтән ҡырҙан ғына элекке ирен күҙләне, барып ҡосаҡларҙай булһа ла, ҡараштары тап килгән осраҡта, күҙҙәрен ситкә ала һалды.

 Әнүәрҙең икенсе ҡатыны иһә ҡәйнәнең үҙененән дә зәһәрерәк булып сыҡты, әбейгә бирешеү генә түгел, уның үҙен дә дер һелкетте, ирен көнләшеп, Мәликәгә лә ара-тирә “ҡайнар сәләм” ебәреп торҙо.

 ...Кеше күрәсәген күрмәй, гүргә инмәй, тиҙәр. Юл һалыуға колхозсыларҙы ла йәлеп иттеләр. Ҡыуыш ҡороп, ҡуна ятҡандарҙың барыһы ла бер көндө кис кино ҡарарға тип күрше ауылға китте. Носилка менән таш ташып арманһыҙ булған Мәликә улар менән бармай тороп ҡалды. Хәҙер инде ике бала атаһы булып киткән Әнүәре уның яңғыҙ ҡалғанын ишетеп килдеме, әллә яҙмыш осраҡлығы булдымы – быныһын Мәликә һуңынан күп уйланһа ла, осона сыға алманы, шул төндә ул айырылышҡандан һуң беренсе һәм һуңғы тапҡыр элекке иренең ҡосағында майҙай ирене, күңелендәге ташҡынға ирек бирҙе...

 Өс-дүрт аҙна уҙғас, кинәт кенә күңеле болғанып, баш әйләнеүе йышайҙы. Үҙенең ауырлы икәнен аңлағас, бер аҙналай уйланып йөрөнө лә, юл төҙөлөшөнә ситтән килгән, унан бер тотам ҡалмай, һағыҙаҡтай йәбешкән Мәрхәмгә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙе. Ошоға тиклем бер ир-егетте лә үҙенә яҡынлатмаған ҡыҙының кинәт кенә күҙ күрмәгән алыҫҡа китергә риза булыуына аптыраған әсәһенә, яңғыҙлыҡтан арыным, тип кенә аңлатты, үҙенең хәле хаҡында ләм-мим өндәшмәне.

 Ҡараяр ауылына улар ҡараңғы төндә генә барып инделәр. Үҙҙәренә йүгереп ҡаршы сығып ҡапҡа асҡан ҡатынды ул иренең апаһы икән тип уйланы.

 Ҡара-ҡаршы торған өйҙөң кесерәгендә йәшәп алып китте Мәликә. Иренең ҡатыны, балалары булыуын иһә иртәгәһенә генә белде. Ҡыҙҙың сибәрлегенән күҙе тонған Мәрхәм уны ебәрмәне, йәш кәләшенең ауырлы икәнен белгәс, атҡа менгәндәй ҡыуанып, эшкә лә сығарманы. Ҡаршы йортта йәшәгән йыуаш, ауырыу ғына ҡатынын нисек күндергәндер – уныһы ла әрнеүе йөҙөнә сыҡһа ла, ауыҙ асып һүҙ өндәшмәне.

 Тыуасаҡ балаһын уйлап, Мәликә лә түҙергә тырышты. Шулай ҙа “кеше бәхетен емерҙем” тигән уй тынғы бирмәне уға, көндәшенән бигерәк  уларҙың мәктәп йәшендәге балаларының нәфрәтле ҡарашын кисереү еңел бирелмәне. Ирҙәргә хас булмағанса сибәр, татлы телле иренә башта күңеле ятҡан һымаҡ булһа ла, гел генә тәүге ире Әнүәр менән сағыштырыр булып китте. Тора-бара күңелендә уға ҡарата хатта  екһенеү тойғоһо барлыҡҡа килде. Был хәлдән сығыу юлы үҙенән-үҙе табылды.

 Бала табырға ваҡыты етеп килгәндә, көтмәгәндә  был яҡтарға юлы төшкән ауылдашын осратты. “Уйнаштан бала тапҡан” исемен күтәрмәҫ өсөн генә Мәрхәмгә кейәүгә сығырға риза булған ҡатын, иренең өйҙә булмауын файҙаланып, булған ғына кәрәк-ярағын төйөнсөккә төйнәп, йөк машинаһына ултырып ҡайтып та китте.

 Ус аяһындай ғына ҡағыҙға яҙылған “Мәрхәм, мине эҙләмә лә, килмә лә. Ҡарынымдағы бала минеке генә, уны үҙем кеше итермен. Бәхил бул!” тигән яҙыуҙы ҡулына йомарлап, ҡапҡа төбөндә оҙатып тороп ҡалған  көндәше иренә хәлде нисек аңлатҡандыр –Мәрхәм уның артынан килмәне, күренмәне.

 Ҡайтыу менән ҡот осҡос хәбәр ишетте ул: уның тәүге ире, ҡарынындағы баланың атаһы Әнүәр боҙ ярылып, йылғаға бата башлаған малайҙы ҡотҡарам тип һыуға ташланған ерҙән батып үлгән. Башҡаса бәхетен һынап ҡарарға ынтылманы ла ҡатын, йөрәгендәге бар наҙын берҙән-бер ҡыҙына бағышланы. Икенсе ире Мәрхәмдең үҙе артынан килмәүенең, хат-хәбәр ҙә ебәрмәүенең сәбәбен дә йылдар үткәс кенә ишетте: ул да шул уҡ йылда машинаһы менән тауҙан ҡолап, фажиғәле вафат булған.

 Матур ғүмер юлы үтте Мәликә. Хәҙер инде ул хөрмәтле өләсәй, ҡәйнә булып, ҡәҙер-хөрмәт күрә. Тәүге ҡәйнәһен дә күптән ғәфү итте, үҙенең яҡындарының рухына бағышлап аят уҡытҡанда ҡасандыр үҙен кәмһеткән, ҡартлығында күпме ыҙа күргән ҡәйнәһен дә онотмай...  

Автор: Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас: