Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2023, 10:39

Фидан Гафаровтың ғүмерлек үкенесе

76 йәшенә етһә ҙә ижад күсәре шул уҡ әйләнештә: осрашыуҙарға йөрөй, концерттарҙа сығыш яһай, театрҙа ике төп рольде уйнай.

 - Фидан ағай, һеҙҙең тормош икегә бүленде шикелле.  – Эске донъя үҙгәрҙе, әлбиттә, Фәриҙәнән һуң бушап ҡалды. Йөрәгемдә һағыш та бар, Фәриҙәмде һағынам. Бик аҡыллы ханым ине. Ғүмере буйы мине яратып, хөрмәт итеп, ижадыма ярҙам итеп йәшәне. Әхирәттәре мине йыш ҡына тегенең менән йөрөй, бының менән осраша, тип һөйләгәндә лә сер бирмәне. “Фидан күренекле артист, уны ҡатындар, ҡыҙҙар ҙа яратмаһа ни була инде, мин уны барыбер  яратам"– тип кенә әйтә ине. Күңелемдә әле лә башҡаларға урын юҡ, ул ғүмерем аҙағына тиклем йөрәгемдә. Ә көндәлек тормош элеккесә дауам итә. Мин позитив тулҡында, дуҫтарым күп, аралашам. Көн һайын йәйәү йөрөйөм, инде 20 йылға яҡын иҫерткес эсемлек ҡулланмайым. Балаларымды үлеп яратам, ейәндәрем - күңел дауаһы. Азамат улым минең менән бер театрҙа эшләй. Икенсе ғаиләһендә 3 ҡыҙ, бер улы бар. Азамат Самира һеңлеһе өсөн өҙөлөп тора, ярата. Уға 14 йәш, 9-сы класта уҡый.

Ситтә тыуасаҡ балам тураһында белгәс, иң беренсе Фәриҙә апайығыҙға ҡайтып әйттем. Үҙ ҡаным икәненә шикләнмәнем, ә бына Фәриҙәнең ышанаһы килеп ике тапҡыр ДНК яһаттыҡ. Ул да Самираны яратты. Беҙ йәй буйы Өфәгә йөрөп эшләнек, ул Самира менән йортта ҡала ине. Самира менән әсәһенә әле лә ярҙам итәм. Жуково ҡасабаһында ике ҡатлы коттежда йәшәйҙәр. Яҡшы мәктәптә уҡый: илтеп ҡуям, барып алам. Ҡабаттан тормош ҡорорға теләмәүемдең сәбәбе - кемгәлер яраҡлашаһым килмәй. Эске тәбиғәтем шулай. Мине үҙгәртеп булмай. Фәриҙә һымаҡ аҡыллы ҡатын ер йөҙөндә башҡаса юҡ ул.

 

 

Фидан Гафаровтың ғүмерлек үкенесе
Фидан Гафаровтың ғүмерлек үкенесе
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас